Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бына һиңә ҡырҡҡолас!

Бәләкәйҙән белгән был үләндең файҙаһы иҫ китмәле. Уны ниндәй сирҙәргә ҡаршы файҙаланыу тураһында, шулай уҡ шифалы төнәтмә рецебы - яҙмала.

Бына һиңә ҡырҡҡолас!
Бына һиңә ҡырҡҡолас!

Ҡырҡҡолас (кровохлебка) менән бәләкәйҙән танышбыҙ. Ғәҙәттә, уның сәскәһен өҙөп, ваҡлап, осороп уйнарға ярата инек. Үҫә төшкәс, уның шифалы үлән икәнен белдек.

- Диарея мәлендә уның тамырынан төнәтмә эшләп эсһәң, бик тиҙ ярҙам итә. Айырыуса эсәк инфекциялары менән йонсоған бәләкәй балалар тиҙ тыныслана, һаулығы яҡшырып китә.

- Ауыҙ ҡыуышлығында, танауҙа елһенеү процесы барһа, нәҡ ошо үлән тиҙ тәьҫир итә.

- Балаларҙа конъюктивит булһа, ҡолаҡтары ауыртһа ла тәүге ярҙамсы.

- Әгәр ҙә сабыйҙың тәненә сәбертеп теләһә нәмә сыҡһа, тамырынан эшләнгән төнәтмәгә мамыҡты манып, шуның менән һөртөргә мөмкин (табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ).

- Ашҡаҙан-эсәктә елһенеү, гастрит, язва булһа, ҡырҡҡоласты ҡулланырға кәңәш ителә.

- Ревматизм мәлендә ошо үләндең төнәтмәһе һыҙланыуҙы баҫа. Был иһә ғилми йәһәттән иҫбатланған.

Ҡырҡҡолас һәр төрлө вирус, бактерияларға ҡаршы тора ала. Элек хатта чумаға ҡаршы ҡулланғандар. Белгестәр был хаҡта боронғо яҙмаларҙа яҙылған тип белдерә. Үләндең һутындағы файҙалы матдәләр вирусты үлтерә. Стафилококк, пневмококк кеүек бактерияларға ҡаршылыҡ күрһәтә.

Ҡырҡҡолас геморройҙан, үт ҡыуығы шешһә, ауыҙҙан алама еҫ килгәндә, экзема, дерматиттан ҡулланыла.

Бер аш ҡалағы киптерелеп ваҡланған ҡырҡҡолас тамырын бер стакан ҡайнар һыуға һалғас, өҫтөн ҡаплап бер ярты сәғәт тоторға ла берәр аш ҡалағы итеп көнөнә өс мәртәбә эсергә. Әгәр тире ауырыуҙары булһа, мамыҡты шул төнәтмәлә еүешләп, тәнгә һөртәргә мөмкин.

Әлбиттә, үләнде белмәйенсә ҡулланыу тыйыла. Сөнки кемгәлер килешһә, икенселәргә зыян килтереүе ихтимал. Шуға ла бик һаҡ эш итергә, бик булмаһа, табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Сығанаҡ: “ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР” төркөмө.

 
Автор:
Читайте нас: