Тырыш булһаң, ырыҫ килә
Һәр бер ауыл тормоштоң ҡәҙерен белеп, тырышлыҡтары менән ауылдаштарына өлгө булып торған ғаиләләре менән йәмле. Ошондайҙар араһынан Үтәгән ауылындағы Рима һәм Хәтмулла Бикташевтар ғаиләһе менән таныштырмаҡсымын.
Үтәгән ауылы егете менән күрше Яңы Ҡыйышҡы ауылы ҡыҙы сирек быуатҡа яҡын йыл элек ғаилә ҡороп, яҙмыштарын бер бөтөн итәләр. Ошо йылдар эсендә етеш донъя булдыралар. Бикташевтарҙы яҙмыш урау юлдар аша осраштыра һәм ҡауыштыра. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән ир менән ҡатын эшкә тырыш, әрһеҙ була. Рима ҡәйнә менән бергә йәшәрҙе белеп килә. Өлкән кеше баҡыйлыҡҡа күскәнсе килен менән ҡәйнә килешеп бергә ете йыл торалар.
Хәтмулла Насибулла улы өсөн бәхет тыуған ерендә. Ул тыуған нигеҙҙе һаҡлап, ауылда төпләнә. Шофер һәм тракторсыға уҡыһа ла, хеҙмәт юлын малсы булып башлай. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, колхоздар тарҡалғас, баҙнатлы, ҡыйыу ир үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәрә. Был эштә водитель дә, механизатор ҙа, агроном да, малсы ла, етәксе лә булырға тура килә. Эшҡыуар булыу өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, уңғанлыҡ кәрәк. Ул мөкиббән бирелеп, башкөллө фермерлыҡ эшенә сума. Фермер баҫыуҙарҙа иген, бесән өсөн үлән үҫтерә, күпләп мал аҫрай. Пилорамаһы ла бар: ағас эше менән дә шөғөлләнә. Эше ҡаты булһа ла, һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай ул. Лидерлыҡ сифатлы, әүҙем тормош рәүеше алып барған ирҙе ауыл старостаһы итеп һайлайҙар. Ул йәмәғәт эшен бар күңелен һалып башҡара. Хәтмулла Насибулла улының етәкселеге һәм идеяһы менән ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙәргә бағышланған монумент төҙөлә. Дилара Ҡоҙайғолова менән фельдшер-акушерлыҡ пунктын астырыу өсөн дә күп көс түгә. Былтыр иһә ул староста эшен әүҙем Дилара Ринат ҡыҙына тапшыра.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тиҙәр, тиктормаҫ ир ҡыштарын балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Йәйҙәрен иретеп-йәбештереү эштәре менән булыша, баҡсаларындағы теплицаны ла ул үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған. Маҡсатлы, эште еренә еткереп башҡарырға күнеккән ирҙең киләсәккә пландары ла күп икән. Улар әлегә сер булып ҡала...
- Әлбиттә, бар эштәрҙе ҡатынымдың ярҙамын һәм кәңәштәрен тойоп алып барам. Икәү бергә татыу йәшәп, эштәрҙе бергәләшеп башҡарһаң, ауырлыҡтарҙы еңеп, уңыштарға ирешеп була, - ти ғаилә башлығы.
Өйләнешкәс, ҡатынға ла ауылда эш табыла: колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр үҫтерә, фермала һыйырҙар һауа, халыҡтан һөт йыя, әле иһә ул – йорт хужабикәһе һәм шәхси хужалыҡтарында йәшелсәлек, ҡош-ҡорт үҫтереү, малдар ҡарау менән мәшғүл. “Күнегелгәнсә малдан ҡалмайбыҙ. Һөт-ҡаймаҡтың үҙебеҙҙән артҡанын һатабыҙ ҙа”, - тип һүҙгә ҡушыла хужабикә.
Матурлыҡты яратҡан бөтмөр хужабикә төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә лә ярата, бәйләм менән шөғөлләнә. Ә ҙур баҡсалары ауылдың икенсе осондағы участкала урынлашҡан. Балҡып торған баҡсаны күреү менән үҙемде ниндәйҙер плантацияла кеүек хис иттем. Бында оҙон рәт-рәт булып, һуған, һарымһаҡ, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, бәрәңге, мал аҙығы сөгөлдөрө, һарымһаҡ һәм башҡа йәшелсәләр үҫә. Улар йылдан-йыл мул уңыштары менән һөйөндөрә. Ошо тиклем баҡсаны сәсергә, тәртиптә тоторға, ҡарарға ниндәй егәрлелек кәрәк. Баҡса менән дә ғаилә ҡаҙнаһына, әлбиттә, тос өлөш инә. Баҡса эше күбеһенсә ҡатынға төшһә, мал-тыуар, техниканы ҡарау - йорт хужаһы иңендә. Ҡул ҡаушырып ултырыуҙы белмәгән Бикташевтар донъя йөгөн тигеҙ тартып, матур итеп йәшәйҙәр. Бер-берең менән аңлашып-килешеп, бер төптән булып, татыу йәшәгәндәр генә ошондай донъя ҡора.
Егәрле пар балаларын да эшһөйәр итеп үҫтереп, лайыҡлы тәрбиә бирә. Хеҙмәт һөйөп үҫкән балалар үҙ юлдарын табалар - ҡыҙҙары Рита Архангелдә инглиз теленән балаларға белем бирә, ғаиләле. Улдары Хәниф хеҙмәтен тултырып, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй.
Эйе, үҙ көстәренә таянып йәшәгән ғаиләнең тормоштарының муллығы - тырыш хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе. Егәрле ғаиләгә киләсәктә лә һаулыҡта, муллыҡта, балалар шатлығына күмелеп йәшәргә яҙһын.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.