Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайын миндеген ҡасан бәйләргә?

Интернет селтәрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе уңған баҡсасы Зәки Хәбибовтың ҡайын миндеген әҙерләп, матур итеп теҙеп ҡуйған фотоһын күреп, уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Уға миндекте быйыл әҙерләнегеҙме, әле иртә түгелме, ҡышҡылыҡҡа барлығы нисә пар миндек етә тигән һәм башҡа һорауҙар бирҙек.

Ҡайын миндеген ҡасан бәйләргә?
Ҡайын миндеген ҡасан бәйләргә?

- Быйыл май аҙағында унлап пар миндек әҙерләп тә өлгөрҙөм. Боронғолар май миндеге иң шифалыһы, ти торғайнылар. Яңы йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтә тәнеңде сихәтләндерә. Ул тирене таҙарта, тынысландыра, кәйефте күтәреп ебәрә.
Ғәҙәттә, япраҡтары ҡойолмаһын, яҡшы булһын өсөн уны июндең 15-тәренән июль уртаһына тиклем әҙерләйем. Был ваҡытҡа ҡайын инде сәскә атҡан, алҡаларын ҡойған, япраҡтар файҙалы, туҡлыҡлы матдәләр һәм тәбиғи эфир майҙары менән тулыланған була. Сәскә атҡан, һарғая башлаған ағас миндеккә бармай.
Мунса инергә, сабынырға яратам, шуға күрә ҡышҡылыҡҡа етһен өсөн 25-30 пар бәйләп ҡуям. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән урманға сыҡҡанда, миндек әҙерләмәйенсә ҡайтмайбыҙ. Уға ҡушып бәйләү өсөн мәтрүшкә лә йыябыҙ.
Төрлө эштәр эшләп арығандан һуң мунсала сабыныу бар арығанлыҡтарҙы һыпырып ташлағандай була. Йәйҙәрен эҫе мунсанан һуң һалҡын һыу менән ҡойонорға яратам. Бынан һуң үҙемде яңынан тыуғандай хис итәм. Шуғалыр ҙа һалҡын тейҙереп ауырып бармайым, тип уйлайым.
Ҡайын миндеге эргәһенә йүкә, имән, уҫаҡ, ҡарама миндектәре лә әҙерләргә була. Уларҙың да файҙаһы иҫ киткес ҙур. Шифа – беҙҙең аяҡ аҫтында, уларҙы иренмәйенсә йыйып, дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк, тип ихлас кәңәштәрен бирҙе Зәки Ғәли улы.
Зәки ағай тыумышы менән Үрге Тимкә ауылынан. Уның атаһы Ғәли Хәбибов бик оҫта тимерсе һәм гармунсы булған. Зәки ағайҙың да ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ. Бураһын да бурай, түбә лә яба, кәрәк икән тәҙрәгә быялаһын да ҡуя. Күрше-күләне, туғандары уны оҫта баҡсасы булараҡ та белә. Уның картуф баҡсаһы йәй буйына гөл бөтөп ултыра, йәшелсә-емештәренән йыл һайын мул уңыш ала. Уларҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары менән дә уртаҡлаша.
- Балта-көрәк һаплай белмәгән ир-егеттәргә аптырайым. Донъя көткәндә, бар эшкә лә таҫыл булырға кәрәк, ти уңған һәм бөтмөр хужа.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: