Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡатнаш аҙыҡ” магазины үҙ ишектәрен асты

Ҡырмыҫҡалы ауылының Киров урамында урынашкан “Ҡатнаш аҙыҡ” магазины күптәргә яҡшы таныш. Ә шул көндәрҙә яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәрҙе һөйөндөрөп, Олокүлдә лә шундай уҡ магазин асылды.

“Ҡатнаш аҙыҡ” магазины үҙ ишектәрен асты
“Ҡатнаш аҙыҡ” магазины үҙ ишектәрен асты

Ауыл халҡы уны күптән көтә ине. Эшҡыуар Гүзәл Миһранова менән осрашып, магазиндың эше менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Прибельский, Олокүл һәм башҡа яҡын урынлашҡан ауыл халҡы яҡын-тирәлә магазин асыуҙы күптән һорайҙар ине. Ихтыяж ҙур булғас, беҙ эшебеҙҙе киңәйтергә кәрәк, тигән ҡарарға килдек. Яҙын халыҡ ҡаҙ бәпкәләре, бройлер себештәр һатып ала һәм уларҙы ашатырға ҡатнаш аҙыҡ кәрәк була. Ә беҙҙең магазинда ҡош-ҡорттоң ҙурлығына ҡарап, барлыҡ төр ҡатнаш аҙыҡ та бар. Һатыуҙа борсаҡ, һоло, кукуруз, жмых, баҡа ҡабырсығы, шулай уҡ күркә, ҡуян, сусҡа өсөн ҡатнаш аҙыҡ та бар. Бында шулай уҡ он, көнбағыш майы, сәй һатып алырға мөмкин, - тип һөйләне Гүзәл Мәҡсут ҡыҙы.
Яҡын арала улар ассортиментты тағы ла киңәйтергә ниәтләйҙәр, һатып алыусыларға дөгө, тары, ҡарабойҙай һәм башҡа төрлө ярма тәҡдим ителәсәк.
Магазин түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Олокүл ауылы, Фрунзе урамы 3/1 (базар майҙаны, ҡатнаш аҙыҡ заводы ҡаршыһында, район ҡулланыусылар йәмғиәте келәте). 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Хөрмәтле район халҡы, беҙҙең магазинға рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Әсәҙуллина.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: