-6 °С
Болотло
«Иң тиҙ» маринад кивиҙан әҙерләнә. Уның составындағы органик кислоталар ит аҡһымындағы коллагенды емерә, шуның һөҙөмтәһендә, ит тиҙ йомшара. Әммә артыҡ оҙаҡ тотһағыҙ, итегеҙ фаршҡа ла әүерелергә мөмкин.
1 кг иткә 5 киви, 5 тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос.
Киви менән һарымһаҡты блендерҙа иҙәбеҙ, йә турайбыҙ, йыуылған, туралған, тоҙ һәм борос һибелгән ит менән ҡушып болғатабыҙ. Өҫтөнә ҡапҡас менән ябып, 40-60 минут тотабыҙ.