Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
7 Апрель 2023, 10:35

Борсаҡ йомшарып бешеп бөтһөн өсөн нишләргә?

Уның ошондай бешереү ысулы ла бар.

Борсаҡ йомшарып бешеп бөтһөн өсөн нишләргә?
Борсаҡ йомшарып бешеп бөтһөн өсөн нишләргә?
Борсаҡ йомшарып бешеп бөтһөн өсөн нишләргә?

Борсаҡ йомшаҡ булып бешһен өсөн, хужабикәләр һыуға аш содаһы өҫтәйҙәр йәки алдан бер аҙ ебетеп торалар. Ҡайнап торған һыуға бер аҙ сода һалһаң, борсаҡ 20 минутта бешеп сыға. Ләкин содаһыҙ ҙа, ебетмәйсә лә бешереү ысулы бар.
Борсаҡты йыуығыҙ, насарҙарын алып ташлағыҙ, һалҡын һыулы кәстрүлгә һалығыҙ. Һыу ҡайнап сыҡһын, шунан 7 минут бешерегеҙ. Шунан һуң ҡайнап торған борсаҡ өҫтөнә 1 стакан һалҡын һыу һалығыҙ, тағын 7 минут бешерегеҙ. 
Борсаҡ ашы булһа, шунан һуң бәрәңге һәм башҡа йәшелсәләрҙе ашҡа һалырға була.

Борсаҡ бутҡаһы йәки пюре булһа, һалҡын һыу һалғандан һуң 20 минут бешерергә кәрәк. Шунан борсаҡты блендер менән иҙеп, пюре яһарға була.
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
 
Автор:
Читайте нас: