Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
4 Апрель 2023, 15:16

БОРОСТАРҒА КҮПМЕ ҺЫУ ҺИБЕРГӘ?

Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

БОРОСТАРҒА КҮПМЕ ҺЫУ ҺИБЕРГӘ?
БОРОСТАРҒА КҮПМЕ ҺЫУ ҺИБЕРГӘ?
БОРОСТАРҒА КҮП ҺЫУ ҺИПМӘГЕҘ

Был сир ҙә, бактерия ла, инфекция ла түгел. Күп осраҡта һыу күп һипкәндән барлыҡҡа килә. Боростарға әҙ генә һыу һибеү етә. Япраҡтары артыҡ һыуҙы үҙләштереп бөтөрә алмағас, шундай төрткөләр барлыҡҡа килә. Шунан япраҡтары ҡойола башлай, тамырҙары сереп, үҫенте үлә.

Алдан күреп өлгөрһәгеҙ, ерен киптерергә кәрәк. Йомшартығыҙ, һауытарына өҫтәмә тишектәр тишегеҙ. Бик йылы урынға ҡуйығыҙ
йәки тупрағын алыштырығыҙ. Ҡояшлы тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Нисек тә ерен киптереү яғын ҡарағыҙ. Бер аҙнанан “Эпин” препараты һиптерегеҙ. Ҡояш нурҙары күрмәһә, ҡуйы булһа, елләп ултыра алмаһа, температура уйнаһа ла “водянка” барлыҡҡа килә. Был ял шулай уҡ помидорҙа да, кәбеҫтәлә лә була.
Автор:
Читайте нас: