Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Чашушули бешерәйек!

Бик тәмле килеп сыға. 

Чашушули бешерәйек!
Чашушули бешерәйек!

Грузинса чашушули бешерәбеҙме?

Чашушули – томат һутында оҙаҡлап бешерелгән иттән ғибәрәт.

Был ризыҡты әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ: 1 кг һыйыр ите, 0,5 кг помидор, 2 дана болғар боросо, 2 баш һуған уган, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, петрушка, укроп, кинза, 2 аш ҡашығы аджика, 1 сәй ҡашығы уцко-сунели, 1 сәй ҡашығы хмели-сунели, 1 сәй ҡашығы кориандр, 2 дәфнә япрағы, 5 дана йомро борос, тәменсә шәкәр ҡомо һәм тоҙ, үҫемлек майы.

Итте яҡынса 3:3 см итеп, һуғанды ярты ай формаһында турайбыҙ. Тәрән һауытта ит менән һуғанды бутайбыҙ, шуға тоҙ һәм аджиканы ҡушабыҙ. Итте маринадларға ҡалдырабыҙ.

Һарымһаҡты әрсеп, турайбыҙ. Болғар боросон шулай уҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Һәр помидорҙың тышын әрсеп, блендер менән иҙәбез.

Укроп, петрушка, кинзаны ваҡ ҡына турайбыҙ.

Чашушулины ҡаҙанда бешерһәгеҙ яҡшы. Ҡаҙанды утҡа ҡуйып, уға май һалабыҙ һәм ҡыҙҙырабыҙ. Шуға ит менән һуғанды һалып ҡыҙҙырабыҙ. Ит һут бүлеп сығарасаҡ. Шул һутта итте 30 минут самаһы бешерәбеҙ. Шул ваҡыт эсендә ҡаҙандағы шыйыҡлыҡ бөтөргә тейеш. Иткә болғар боросон, уцхо-сунели, хмели-сунели, ыуылған кориандр, борос, дәфнә япрағы ҡушабыҙ һәм барыһын бергә бутап, ҡаҙандың ҡапҡасын ябабыҙ.

5 минуттан ҡапҡасты асып, иҙелгән помидорҙы өҫтәйбеҙ. Бутайбыҙ. Шәкәр ҡомо менән тоҙ өҫтәйбеҙ. Тағын бутайбыҙ һәм 1,5-2 сәғәтләп ит әҙер булғансы бешерәбеҙ.

Ит бешкәндән һуң ҡаҙанға һарымһаҡ менән йәшел тәмләткестәрҙе һалып бутайбыҙ һәм ҡаҙанды уттан алып, өҫтәлгә биргәнсе 15 минутлап тотабыҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: