Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
21 Февраль 2023, 10:58

Ҡаҙ майының файҙаһы тураһында

Бик күп сирҙәрҙән ярҙам итә

Ҡаҙ майының файҙаһы тураһында
Ҡаҙ майының файҙаһы тураһында

🔸Бронхит. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һуған менән бутарға һәм ашар алдынан 1 аш ҡашығы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.

🔸Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итнр. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер-нисә мәртәбә һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы – 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.

🔸Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ май менән ышҡыу ярҙам итә. Тән йылыныу һөҙөмтәһендә ярҙамы бермә-бер артасаҡ. Процедуранан һуң йылы урында төренөп ятырға кәрәк. Бер-нисә тапҡырҙан һуң ревматизм уҙырга тейеш.

🔸Мускулдарҙа ауыртыуҙар. Тәндә ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, ауыртыу булған урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығарырға, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярҙарҙы нығыта.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: