Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
16 Февраль 2023, 10:34

Тиҙҙән һыйырығыҙ быҙаулай

Был осорҙа малға бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Тиҙҙән һыйырығыҙ быҙаулай
Тиҙҙән һыйырығыҙ быҙаулай
Һыйырҙың быуаҙ осоро туғыҙ ай дауам итә. Үгеҙ быҙауҙар аҙна-ун көнгә һуңыраҡ тыуа, ә орғасылары ауырыраҡ була. Тыуғанда быҙауҙың ауырлығы 40–60 килограмм тарта.
 
 
Быҙауларға ике ай ҡалғас, һыйырҙы һауыуҙан туҡтарға кәрәк, әммә ҡапыл һыуалтырға ярамай. Тәүге көндәрҙә бер тапҡыр, унан һуң көн аша һауып, яйлап туҡтатыу мөһим.
 
 

Быҙаулар алдынан
 

Сәләмәт, өлгөргән быҙау алыр өсөн, һыйырҙы яҡшы ашатырға кәрәк, сөнки быҙау һуңғы ике айҙа өс-дүрт тапҡырға шәберәк үҫә. Был осорҙа малға сифатлы йәшел бесән, тамыраҙыҡтар, ҡатнаш аҙыҡ булғанда, яралғы бөтә кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителә. Көн дә 8-10 кг йәшел бесән, арпа һаламы (ҡылғанды алмаштыра), 1,5-2 кг ҡатнаш аҙыҡ, тоҙ, аҡбур, бүлмә температураһында тоҙло йылы һыу эскән малдың хәле яҡшы була.
Һалҡын һыу эсереү, туң ҡатыш бесән ашатыу малдың ашҡаҙанын көсһөҙләндерә, сәләмәтлеген ҡаҡшата, хатта быҙау һалыуына, етлекмәгән нәҫел килтереүгә сәбәпсе була.
Һыйыр быҙаулар алдынан урын әҙерләргә кәрәк. Унда ел өрмәһен. Стеналарҙы һүндерелмәгән эзбиз менән ағартығыҙ, иҙәне ҡоро булһын. Түшәмгә һалам, ағас онтағы түшәйҙәр.
Ике аҙна ҡалғас, һыйырға ҡатнаш һәм һутлы аҙыҡты тәүҙә аҙыраҡ биреп, һуңынан бөтөнләй өҙөү һөҙөм­тәле.

Быҙаулар ваҡыты етеүен елен­дәренең тулыуы, һигеҙкүҙ һөйәгенең эскә батыуы, уң яҡтан эсен ҡул менән баҫҡанда быҙауҙың ныҡ ҡыймылдау кеүек сифаттары белдерә. Бер аҙна ҡалғас, елене бүртә, имсәктәренән ыуыҙ тама башлай. Әгәр һыйыр бәйҙә торһа, уны сисеп, һарайҙың айырым алдан әҙерләнгән бүлексәһенә ябырға кәрәк. Аҫтына ҡалын ҡоро һалам түшәү мотлаҡ.
Һыйырҙың тынысһыҙланып, йыш ятып тороуы, мөңрәүе быҙаулау ваҡыты еткәнен аңлата. Уның имен-һау быҙаулауы яралғының дөрөҫ ятыу-ятмауына бәйле. Уға ҡамасаула­маҫҡа, бары тик арты менән стенаға терәлеп ятмаһын, тип күҙәтергә кәрәк. Әлбиттә, башҡа сәбәптәр ҙә була: быҙау арты менән килһә, игеҙ быҙаулаһа, башы (мороно) яралғы ҡыуығынан килеп сыҡмаған булһа, тиҙ генә ҡайсы менән киҫеп ебәрергә кәрәк.
Быҙаулағандан һуң
 

Быҙауҙың кендеге өҙөлмәгән булһа, 10-15 см оҙонлоғонда киҫеп, йод һөртөргә. Йәш малҡайҙы тәүҙә сепрәк турпышаға ҡабул итергә һәм, ауыҙ-моронон таҙа сепрәк менән һөртөп, шайыҡтан ҡороторға кәрәк. Ялатыр өсөн, һыйырҙың алдына һалырға. Улай иткәндә, быҙауҙың тәне тиҙ кибә, ҡан йөрөшө әүҙемләшә. Шулай уҡ шайығы һыйырҙың сыуын һалыуын еңеләйтә.
Быҙаулағас та, һыйырға тоҙло йылы һыу эсерергә кәрәк. Әгәр ҙә һыу етешмәһә, ул сыуын ашарға мөмкин. Быны ла күҙ уңында тотоғоҙ, юғиһә мал ауырыясаҡ. Әгәр бер тәүлектә сыуын һалмаған икән, мал табибын саҡыртығыҙ.
Тыуғандан һуң беренсе осорҙа быҙауҙар микроклиматҡа бик талапсан, шуға күрә улар өсөн әҙерләнгән урын йылы, ҡоро һәм яҡты булырға тейеш. Темпера­тураның киҫкен үҙгәреүе бик зарарлы. Юғары һауа дымлылығы, дымлы стеналар, еүеш һәм һалҡын иҙән – былар бөтәһе лә йылы үткәреүҙе көсәйтә һәм быҙауҙың тәнен артыҡ һыуытып ебәрергә килтереүе мөмкин.
Ваҡытында ашатығыҙ
 

Яңы тыуған быҙауҙың ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеге бик түбән, сөнки уларҙың ҡанында ауырыу тыуҙырған бактерияларҙы үлтерә торған иммун матдәләр юҡ. Уның организмында иммунитет ыуыҙ эсеү һөҙөмтәһендә үҫешә. Нормаль тыуған быҙау 1-1,5 сәғәттән һуң аяғына баҫырға тырыша. Был саҡта уға беренсе тапҡыр бер-ике литр ыуыҙ эсерергә кәрәк.
Беренсе дүрт-биш көндә быҙауҙы көнөнә өс тапҡыр эсерергә. Йәш быҙауҙарға яңы ғына һауылған (35-37 градус) ыуыҙ һөтө эсереү бик файҙалы. Әгәр һыуынған булһа, әҙерәк йылытып алығыҙ. Яңы тыуған быҙау, әлбиттә, әсәһенең имсәген эҙләй. Әгәр ҙә резинанан яһалма быҙау имеҙгес булмаһа, өйрәтегеҙ. Ҡулығыҙҙы йыуып, бармаҡтарығыҙҙы ауыҙына ҡаптырып, моронон ауыҙына тығығыҙ. Имә башлағас та, бармаҡтарығыҙҙы тартып алығыҙ, ә быҙау эсеүен дауам итһен. Был ысулды тәүге өс көндә генә ҡулланырға була, сөнки быҙау үҙе эсергә тиҙ өйрәнә.
Яңы тыуған быҙауҙың ашҡаҙан йөйҙәре насар үҫешкән була, шуға күрә ул һөт аҙыҡтары ғына ҡуллана ала. Ике аҙнанан һуң ашҡаҙан үҫемлек аҙыҡтарын эшкәртеүгә ҡулайлаша. Был ваҡыттан рационына йәшел, туҡлыҡлы, һутлы аҙыҡтар биреп өйрәтә башлағыҙ.
Автор:
Читайте нас: