Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
14 Февраль 2023, 16:02

“Биш минут” рулеты

Еңел һәм тиҙ генә әҙерләнгән тәмлекәс рецебы тәҡдим итәбеҙ.

“Биш минут” рулеты
“Биш минут” рулеты
Еңел һәм тиҙ генә әҙерләнгән тәмлекәс рецебы тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ һәр саҡ мул булһын!
Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер йомортҡа, бер стакан он һәм һеркә ярҙамында һүндерелгән ярты балғалаҡ сода өҫтәп, яҡшы итеп туғығыҙ. Дүрткел формалағы табаны майлап, кулинария өсөн тәғәйен ҡағыҙ йәйегеҙ һәм өҫтөнә 0,5-1 см ҡалынлыҡта әҙер массаны һалығыҙ. 180-200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 5-7 минутта бешереп алығыҙ. Эҫе килеш эслек (ҡайнатма, крем, шоколад пастаһы) һылап, рулет итеп төрөгөҙ.
Өҫтөн үҙегеҙгә оҡшағанса биҙәп ебәрһәгеҙ, сәй табыны өсөн ҡамыр ризығы әҙер! Еңел һәм тиҙ генә эшләнгән тәмлекәс өҫтәлегеҙҙең йәме булһын!
Автор:
Читайте нас: