Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
8 Ғинуар 2023, 19:35

Һуған ҡабығының файҙаһы күп

Һуған ҡабығының файҙаһын hанап бөтөрлөк түгел.

Һуған ҡабығының файҙаһы күп
Һуған ҡабығының файҙаһы күп

Һуған ҡабығын ташламағыҙ!

Һуған ҡабығының файҙаһы күп. Ул ҡаҡырыҡты сығарыу, үт, бәүел ҡыуҙырыу, микробтарға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлектәренә эйә, ҡан тамырын нығыта.

Ангина йонсотҡанда һуған ҡабығына ҡайнар һыу ҡойоп төнәтегеҙ һәм һөҙөп алып, тамаҡты сайҡатығыҙ.

Тымауҙан. Ҡайнар һыуға 4 ҡалаҡ һуған ҡабығын һалып, 3 – 5 минут дауамында пары менән тын алығыҙ.

Йүтәлдән. 2 ҡалаҡ һуған ҡабығына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алырға. Йылы килеш көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә.

Бөйөрҙәр һәм бәүел ҡыуығы ауыртҡанда. 3 ҡалаҡ һуған ҡабығына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтегеҙ. Киҫкен цистит булғанда 3 –5 көн буйы көнөнә ике тапҡыр – 50-шәр грамм, хроник циститтан 10 көн буйы көнөнә 3 – 4 тапҡыр икешәр ҡалаҡ эсергә.

Аяҡ тамырҙары борсоғанда. 100 мл араҡыға ике ҡалаҡ һуған ҡабығы онтағы һалып ете көн төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 20-шәр тамсы эсергә.

Йәки: ике ҡалаҡ һуған ҡабығына 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 6 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ¼ стакан эсергә. Аҙна-ун көн эскәндән һуң, ете көн туҡтап торорға һәм йәнә дауаланыу курсын дауам итергә.
Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:
Читайте нас: