-2 °С
Болотло
Суйын табалар ваҡыт үтеү менән майға янып йәмһеҙләнеп ҡатып китә. Мин интернеттан уларҙы таҙартыуҙың иң яҡшы, иң ябай, иң һөҙөмтәле рецебын таптым һәм һеҙгә лә тәҡдим итәм.
1 стакан кер йыуыу порошогы
1 стакан ағартҡыс (белизна-гель)
0,5 стакан көнбағыш майы
Шуларҙы 10 литр һыуға һалып, табаны бер сәғәт ҡайнатаһың, шунан йыуаһың, әгәр таҙарып бөтмәһә, тағы бер аҙ ҡайнатаһың. Миңә ошо ябай ғына рецепт бик оҡшаны, элекке СССР табаларым тап-таҙа булып ялтырап ултыралар әлеге мәлдә.
Хәҙисә Юдаева-Мусина.