Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
23 Декабрь 2022, 10:18

Ҡырҡ йыллыҡ тарихы бар

Беҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо электр утынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ут булмаһа, тирә-яҡҡа балҡып торған донъяларыбыҙ ҡараңғылыҡҡа сума, һәр эшебеҙҙә ярҙамға килеүсе техникаларыбыҙ тынып ҡала. “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәте 1982 йылдан бирле эшләп килә. Быйыл уларҙың эшмәкәрлек итеүҙәренә 40 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре электр уты менән тәьмин иткән йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Энергетиктар көнө алдынан предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

Ҡырҡ йыллыҡ тарихы бар
Ҡырҡ йыллыҡ тарихы бар

22 декабрь – Энергетиктар көнө

Ҡырҡ йыллыҡ тарихы бар

Беҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо электр утынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ут булмаһа, тирә-яҡҡа балҡып торған донъяларыбыҙ ҡараңғылыҡҡа сума, һәр эшебеҙҙә ярҙамға килеүсе техникаларыбыҙ тынып ҡала. “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәте 1982 йылдан бирле эшләп килә. Быйыл уларҙың эшмәкәрлек итеүҙәренә 40 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре электр уты менән тәьмин иткән йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Энергетиктар көнө алдынан предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

Ҡырҡ йыл ағымында предприятиеның алыштырғыһыҙ етәксеһе булған  Фәнис Ғилметдин улы Мөхәмәтйәнов:

- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр һәр эште ваҡытында һәм еренә еткереп башҡара. Һуңғы йылдарҙа район халҡы матур итеп йорттар күтәрә. Уларҙың һәр береһенә иң тәүҙә электр уты кәрәк һәм беҙ был эште гелән башҡарырға әҙербеҙ. Әммә һәр саҡ беҙгә бер проблема менән осрашырға тура килә. Ул да булһа ер участкаларын рәсмиләштереүҙең бик оҙаҡҡа һуҙылыуы. Шулай уҡ газ үткәреү ҙә электр уты үткәреү менән параллель рәүештә барһа бик яҡшы булыр ине тигән теләктәмен, сөнки йорт хужалары өйҙәрен йылытыр өсөн электр энергияһын ҡуллана һәм был улар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҙур сығымдар талап итә. Бик күп осраҡта ғәйепһеҙ көйөнсә ғәйепле булып ҡалған осраҡтар ҙа булғылай. Күп осраҡта ҡайҙалыр ут һүнеүе тик беҙҙең ғәйептән булмай. Шуны аңлап ҡабул итһендәр ине. Әгәр Ҡырмыҫҡалыла ут һүнә икән, тимәк беҙ ҡайҙалыр ремонт эштәре башҡарабыҙ. Ҡыҙғанысҡа, һүндермәйенсә төҙөкләндереү эштәрен атҡарып булмай, - тип ҡыҫҡаса ғына эш барышы менән таныштырып үтте.

- “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәте бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Һалйығот, Олокүл, Урал, Прибельский ауылдарын һәм Һәүәләй, Иҫке Ҡыйышҡы, Өфө Ҡырымы яңы микрорайондарын хеҙмәтләндерә. Йыл һайын яңы микрорайондарҙағы 400 участканы электр селтәренә тоташтырабыҙ, - тип һүҙгә ҡушылды ҡулланыусыларҙы электр селтәренә тоташтырыу бүлеге начальнигы Юнир Фәнис улы Мөхәмәтйәнов.  

- Яңы микрорайондан ер участкаһы алғандар иң тәүҙә беҙгә килеп заявка ҡалдыра. Шул заявка нигеҙендә беҙ төҙөлөш эштәре башлайбыҙ. Был эштәрҙе Марат Ғаяз улы Әҙиәтуллин һәм Тәлғәт Наил улы Байғазин етәкләгән ике бригада башҡара. Төҙөлөш эштәре тамамланғас та участкаларҙы электр утына тоташтыралар. Артабан электр энергияһы менән хеҙмәтләндереү өсөн Айрат Зыя улы Әбсәләмов, Ринат Хәсән улы Ғиләжетдинов һәм Иван Викентьевич Васильев етәкләгән өс участка ҡарамағына тапшырабыҙ. Бына ул участка хеҙмәткәрҙәре аҙнаның ете көнөндә, тәүлектең 24 сәғәтендә дежурҙа торалар. Барлыҡ эштәр шулай эҙмә-эҙлекле бара, - тип өҫтәне баш инженерҙың төҙөлөш буйынса урынбаҫары Мәсхүт Миҙхәт улы Ғиләжетдинов.

Эйе, хәҙерге заман энергосистемаларының электр селтәрҙәре бер нисә баҫҡыслы, йәғни электр энергияһы сығанағынан алып ҡулланыусыларға тиклем барып еткәнсе бик күп төрлө үҙгәрештәр (трансформация) кисерә. Әммә “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәтендә электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү эше яйға һалынған һәм улар киләсәктә лә был эште тағы ла камиллаштырыу өсөн ҙур көс һала. Энергетиктар көнө уңайынан коллективты ҡотлап, аварияһыҙ эш, район халҡын һәр саҡ шулай электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙәрен теләйбеҙ.

 

Вставка

“Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәте барлығы 10807 ҡулланыусыны хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалы һәм Благовар райондарынан 9607 физик шәхестәр, 1200 юридик шәхестәр. Шулай уҡ республиканың төрлө райондары баҡсаларының 2100 ҡулланыусыһы менән электр селтәре буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: