Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
3 Ноябрь 2022, 11:13

Сәй ҙә, бал да, бүҙәнә ите лә ебәрәсәкбеҙ

“Башҡортостан тауары” проекты дипломанттары күршеләрҙең сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килеште.

Сәй ҙә, бал да, бүҙәнә ите лә ебәрәсәкбеҙ
Сәй ҙә, бал да, бүҙәнә ите лә ебәрәсәкбеҙ

Екатеринбургта республика етештереүселәре менән Свердловск өлкәһенең ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы һәм сауҙа селтәре вәкилдәре араһында эшлекле осрашыу үтте.

– Осрашыу барышында республика компаниялары өлкәнең эре сауҙа селтәрҙәрен һәм өлкәлә 400-ҙән ашыу магазины булған Свердловск өлкәһенең ҡулланыусылар союзы тауарҙары менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙәргә өлгәшә алды, – тип һөйләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Эшлекле сәфәр Башҡортостан Хөкүмәтенең Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге һәм Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ярҙамында ойошторолдо. Өлгәшелгән килешеүҙәр Свердловск өлкәһенең ҡулланыусылар союзы һәм төбәктең сауҙа селтәре вәкилдәренең сентябрҙәге һөйләшеүҙәре һөҙөмтәһендә булды.

“Башҡортостан тауары” проектының эшҡыуарҙар миссияһы составына республиканың 11 предприятиеһы инде: шәхси эшҡыуар Куляшова Р.А., “Ағалы-ҡустылы Мәҡсүтовтар мануфактураһы”, “Каскад” йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуар Кейекбаева А.Л., “Белорет”, “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары, “Тере һыу”, “Башҡорт балы” йәмғиәттәре, С.А. Семенов, И.И. Зинәтуллин, В.А. Сбитяков шәхси эшҡыуарҙары.

Шулай итеп, етештереүселәр төбәккә бал һәм умартасылыҡ тауарҙары, кондитер ризыҡтар, туңдырылған ярымфабрикаттар, ҡымыҙ һәм сәй, сыр, йомортҡа, бүҙәнә ите, үҫтерелгән игендән аҙыҡтар, эсәр һәм минераль һыу оҙатырға әҙер.

Сәфәр барышында республика етештереүселәренең һәм “Кировский”, “Яблоко”, “Башҡорт тауары” һәм “Башкирский привоз “ кеүек эре маркеттарҙың менеджерҙарының сауҙа-алыу конференцияһы үтте.

Белешмә: бөгөн 649 етештереүсе проект дипломанттары булып тора. 24 меңдән ашыу тауарға “Башҡортостан тауары” тамғаһы ҡуйыла.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул итлегән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная коопераиця и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: pravitelstvorb.ru.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: