Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
27 Октябрь 2022, 14:21

Был эсемлектәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ифрат файҙалы!

Ул инәлекте (матканы) нығыта, шуға ла менструация циклы нормалаша. Ауырлы ҡатындар өсөн ныҡ файҙалы. Климаксты ла еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Шулай уҡ был сәй дәртте арттыра, хатта ул ҡәһеүәне алыштыра ала.

Был эсемлектәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ифрат файҙалы!
Был эсемлектәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ифрат файҙалы!

1. ЛИМОНЛЫ ЙЫЛЫ ҺЫУ 

Был эсемлек артыҡ кәүҙә ауырлығын кәметергә, организмдан токсиндарҙы сығарырға, иммунитетты, тән тиреһен һәм ашҡаҙанды яҡшыртыға ярҙам итә. 

Бының сәбәбе ябай ― туҡлыҡ гармоны булған лептинда. Әгәр уның баллансы боҙолһа, кеше май ҡатламын йыя башлай. 

Быны әҙерләү өсөн ярты лимондың һутын һығып сығарып, ҡайнар һыуға ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуығас, бер тынала эсегеҙ. Әйткәндәй, иртәне ҡәһеүә урынына ошо эсемлектән башлаһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. 

 

2. ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ ЯПРАҒЫНАН СӘЙ ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн иң файҙалы сәйҙәрҙең береһе булып һанала. Ул инәлекте (матканы) нығыта, шуға ла менструация циклы нормалаша. Ауырлы ҡатындар өсөн ныҡ файҙалы. Климаксты ла еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Шулай уҡ был сәй дәртте арттыра, хатта ул ҡәһеүәне алыштыра ала. Был сәйҙе көнөнә өсәр стакан эсһәгеҙ, гормондар үҙ урынында булыр. 

Бер аш ҡалағы ҡуйрай еләге япрағын (кипкәне лә бара) 200 мл ҡайнар һыу менән 10 минут төнәтәләр. 

Иҫкәрмә: был сәйҙе ятыр алдынан эсергә ярамай. 

 

3. КУРКУМАЛЫ ҺӨТ ― аюрведтың билдәле рецебынан алынған. Уны шулай уҡ «алтын һөт» тип тә йөрөтәләр. Иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, һыуыҡ тейгәнлекте бөтөрә. 

200 мл эҫе һөткә ярты балғалаҡ куркума ҡушып болғатығыҙ. Тәменә ҡарап бал ҡушырға ла була. Был һөттө төнгә ҡарай эсергә кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ! Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: