-2 °С
Болотло
Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: 3 литр һөткә 1 ҡап эремсек, 1 стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма 3-4 сәғәт тирәһе әкрен утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ.
Рецептың авторы – Гөлсинә Иҙрисова.
Фото: sun9-57.userapi.com