-2 °С
Болотло
Баҡсасыларға үҙ участкаларында үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләкте һатыу өсөн урындар бушлай бирелә.
«Башинформ» Башҡортостандың сауҙа министры Алексей Гусевҡа һылтанма менән хәбәр иткәнсә, республикала урам сауҙаһы өсөн 3,7 мең урын булдырылған. Ябыҡ кәштәләр баҡсасыларға бушлай бирелә.
Ошондай сауҙа майҙансыҡтарының күбеһе баш ҡалала, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм Бөрө районында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров баҡсасыларҙың беренсе форумында шәхси хужалыҡта үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк һатыу өсөн уңайлы урындар булдырырға ҡушҡайны.