Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡымыҙҙың шифаһы ниҙә?

Һуңғы йылдарҙа ғалимдар "батырҙар эсемлегенә" бәйле йәнә бар асыш яһаған...

Ҡымыҙҙың шифаһы ниҙә?
Ҡымыҙҙың шифаһы ниҙә?
Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алыштырғыһыҙ дауа.
 
Ҡымыҙҙың организмға тәьҫире ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланған саҡта ҡымыҙҙың бик күп файҙаһы тейә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәтәйек: бөтәһенән элек, ҡымыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙләштереүе яғынан ул башҡа бөтә һөт продукттары араһында иң беренсе урында тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡшы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, ашҡаҙандың эшен яҡшырта, аппетитты арттыра.
Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуы һәм был яҡтан ҡымыҙҙың апельсин, лимон кеүек емештәргә тиң булғанлығын билдәләргә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организмға көс керетеүҙә ҡымыҙ күпкә яҡшыраҡ. Ҡымыҙ менән дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡшы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эшен яҡшыртыуы, ауырыу кешеләрҙең нервылар системаһын сыныҡтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
 
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле. Биоактив матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төркөмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел: файҙаһы ла ҙур, шифалы ла.
 
Әле һәр районда ҡымыҙ етештереүселәр үҙҙәренең тәмле һәм шифалы, баһадирҙар эсемлеген тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡымыҙға һыу ҡушып һатыусылар ҙа осрай. Ҡымыҙ алғанда уны тәмләп, эсеп алығыҙ. Ә ҡымыҙ етештереүселәргә шуны теләр инек: халҡыбыҙҙың милли эсемлеге булған ҡымыҙҙы сифатлы итеп һатып алыусыларға тәҡдим итһендәр.Ул сағында клиенттар һеҙҙе үҙҙәре эҙләп табасаҡ.
 
Фото: ia-centr.ru
Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: