Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
26 Февраль 2022, 11:52

Баҡсасылар, ауыл эшсәндәре, берләшәйек!

“БашИнком” ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһы “Жизненки” яңы халыҡ проектында ҡатнашыусыларҙы эҙләй. Әгәр һин әүҙемһең, үҙ баҡсаң бар, ер эшкәрткәндә химикаттар ҡулланмайһың, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереп аҡса эшләргә теләйһең икән, фекерҙәштәр командаһында көтәбеҙ!

Баҡсасылар, ауыл эшсәндәре, берләшәйек!
Баҡсасылар, ауыл эшсәндәре, берләшәйек!

Беҙ һине сифатлы, уңдырышлы орлоҡ менән тәьмин итербеҙ, тупраҡҡа агрохимик анализ яһап, кәрәкле тәбиғи биоашламалар һайларбыҙ, кәрәкһә – ерҙе лә һөрөп бирербеҙ. Тағы ла мул уңыш алырлыҡ технологияны өйрәтербеҙ, уңышты һатыу йәһәтенән дә ярҙам итербеҙ. Беҙгә ҡушылырға әҙер булһаң, шылтырат! Бәйләнеш өсөн телефон: +7 (917) 453-88-24.

Мул уңыш артынан ҡыуып ауыл хужалығында байтаҡ ағыулы химикаттар ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта пестицидтар кеше организмына  эләгеп, уны ағыулай, хатта үлемгә килтереүе лә ихтимал. Ағыулы канцерогендар яман шеш, мутациялар тыуҙыра, иммун системаһын ҡаҡшата.

“Жизненки” – халыҡты һауыҡтырыу проекты. Ул биоашламалар ҡулланып үҫтерелгән таҙа аҙыҡ-түлек етештереүгә, бер үк ваҡытта үҙ тырышлығың менән аҡса эшләүгә  ҡорола.

Реклама

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-02-25/ba-sasylar-auyl-eshs-nd-re-berl-sh-yek-2707149
Автор:
Читайте нас: