Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
10 Февраль 2022, 10:30

Йүнсел ҡатын

Аҙна һайын район үҙәгендәге баҙар гөрләп тора. Унда ниндәй генә тауар һатылмай! Шулай ҙа, бер көндө барыһы араһынан бер һатыусыға иғтибар иттем. Үтеп киткәндән һуң, йомошом булмаһа ла, ҡыҙыҡһынып ҡатын янына ҡабаттан килеп туҡтаным. Был сауҙа нөктәһе башҡаларҙан айырылып тора ине. Нимә генә юҡ: йәшелсәләр, ҡайнатмалар, еләк-емеш, лечолар, аджика, керән, бәшмәк, холодец, ҡаҙ, өйрәк, бройлер, ҡаҙҙың эс майы, мал тояҡтары, үпкә-бауыр, эс-ҡарын... Кешеләр аҙыҡ-түлеген сиратлап тороп алалар.

Йүнсел ҡатын
Йүнсел ҡатын

Йүнсел ҡатындың тауары һәр кемгә лә оҡшағаны һиҙелә. Ошо тиклем ризыҡты етештереп һатыуына һоҡландым!
Һатыусы менән танышып, ҡайҙан килгәнлеге тураһында ҡыҙыҡһындым. Сәлимә Ғәзизова Ҡабаҡ ауылынан икән. Етмеш йәшен ваҡлаһа ла, унан йәштәрҙекенә биргеһеҙ энергия ташып тора. Ул, тауар менән ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреүселәргә ихлас аңлатты.
Ваҡытын бүлеп минең менән дә һөйләшеүҙән баш тартманы.
- Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, баҙарҙа һатыу итеүгә тотоноусыларҙан мин районда тәүгеләрҙән инем. Ошо етештергән продукциянан тыш, сәскәләр һатыу менән дә шөғөлләнәм. Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән һәр кемдең зауығына тап килерҙәйҙәрен үҫтереп һатыуға сығарам. Ғөмүмән, ҡышын, ғинуар айында уҡ сәскәләр һәм йәшелсә үҫентеләрен сәсәм. Уларҙы өс теплицаға күсереп ултыртам. Тормош иптәшем Нәзир Шакирйән улы менән төндәрен ундағы мейестәргә ут яғып, үҫентеләрҙе тәрбиәләйбеҙ, - ти ул.
Артта торған автомобилде күреп, үҙегеҙ йөрөтәһегеҙме, тип һораным. Әлбиттә, үҙем, таныҡлыҡ алып машинала йөрөүемә утыҙ йыл да булып китте, тине. Сәлимә Ғәзизова ниндәй һауа торошо булһа ла - эҫе ҡояш аҫтындамы, сатлама һыуыҡмы, ямғырмы, буранмы, елме – һәр көн тирә-яҡ ауылдарҙың баҙарҙарына һатыу итергә сыға. Бына аҡса эшләй белгән егәрле кеше нисек була! Ул йыл әйләнәһенә эшләй, тик баҙар булмаған дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрендә генә өйөндә тора икән.
Нисек арымайһығыҙ, ялҡмайһығыҙ, тигән һорауҙы бирәм. “Бала саҡтан шулай ҡаныма һеңгән, һәр саҡ нимәлер эшләгем килә. Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, бер минутын да әрәм итмәй йәшәйем. Күңелемә ятҡан шөғөл дә булғас, рәхәтләнеп, кинәнеп эшләйем. Хеҙмәтем миңә йәшәүгә дәрт һәм көс бирә, - тине тырыш ҡатын.
Бар яҡлап та уңған кешенең донъяһы ла балҡып тора. Заманса ҙур йорт зауыҡ менән йыйыштырылған. Үҙ ҡулдары менән бәйләгән әйберҙәре күҙҙең яуын алып тора. Бүлмәләрҙе гөлдәр биҙәй. Кистәрен бәйләм бәйләргә, йөн иләргә лә ваҡыт таба икән. Төрлө мәшәҡәттәрҙән тыш, яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға ла ярата Сәлимә Иҡсан ҡыҙы. Ғүмере буйы мал-тыуар тотҡан, ҡош-ҡорт аҫраған ғаилә хәҙер ҙә йөҙләп ҡаҙ, өйрәк, бройлерҙар үҫтереп, үҙҙәренән артҡанын һатып йәшәргә күнеккән. Ә эс-ҡарынды уның тырышлығын белеп, ауылдаштары тәҡдим итһәләр, һис иренмәй, йыуып алып ҡайта. Һәр эштә лә ярҙамдан баш тартмағаны өсөн әхирәте Зәбирәгә ҙур рәхмәтле ул.
Йәйҙәрен уңған хужабикәнең ихатаһында аллы-гөллө сәскәләре йәм биреп ултыра һәм
йәшелсә-емештәренең төрлө сорттары түтәлдәрендә тейешле тәрбиә алыуҙан кинәнеп үҫәләр. Тырыш ҡатын донъяһын да сынъяһау итеп тота, яратҡан шөғөл менән булышып, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Ул бәхетте үҙе төҙөп, тырышлығы, йүнселлеге арҡаһында етеш тормошта йәшәй.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: