Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
1 Сентябрь 2021, 22:20

Сливанан - соус

Был емештән соус эшләргә мөмкин икән. Рецепт тәҡдим итәбеҙ. Сливанан соус эшләргә мөмкин икән. Бының өсөн емештең төрлө төҫтәгеләре ярай. Шулай уҡ йылы яҡтан килтергәндәрен дә ҡулланырға була. "Ткемали" тип аталған соустың рецебы түбәндәгесә:

Сливанан - соус
Сливанан - соус

Сливанан соус эшләргә мөмкин икән. Бының өсөн емештең төрлө төҫтәгеләре ярай. Шулай уҡ йылы яҡтан килтергәндәрен дә ҡулланырға була.

"Ткемали" тип аталған соустың рецебы түбәндәгесә:

1,5 кг слива (төшһөҙ),
2 сәй ҡалағы әсе борос,
2 сәй ҡалағы татлы борос,
2 сәй ҡалағы хмели-сунели тәмләткесе,
10 теш һарымһаҡ,
2 аш ҡалағы тоҙ,
5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо,
2 сәй ҡалағы киптерелгән әсе аджика,
1 стакан һыу кәрәк буласаҡ.

Төшөнән таҙартылған сливаға һыу һәм шәкәр ҡушып, ун минут ҡайнатабыҙ. Артабан бешкән массаны блендер менән иҙәбеҙ. Унан һөҙгөс аша һөҙәбеҙ. Был массаға барлыҡ тәмләткестәрҙе һәм тоҙ ҡушып ҡайнатабыҙ. Әсе булһа, тағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Алғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуябыҙ.

Фото: т.роза

Автор:Миләүшә Сайтакова
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: