Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Аcпиpин... – баҡсала

Был ҡатнашманы айырыуса помидор ярата, ул томаттың төрлө сирҙәренә ҡаршы яҡшы профилактик сара һанала. Һиптереүҙе 15 көнгә бер тапҡыр ҡабатларға мөмкин.

Күп баҡсасылар ябай ғына аспириндың баҡсала ҙур ярҙамсы булыуын яҡшы белә һәм файҙаһын күрә.
Аспирин – үҫемлектәр өсөн бик яҡшы стимулятор. Уны тәү сиратта орлоҡтарҙы сәсер алдынан ебетеү өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ күсереп ултыртҡанда тамырҙарҙы туҡландыралар. Артабан үҫеү осоронда пульвизатор ярҙамында һиптерәләр. Ул үҫентеләргә көс-ҡеүәт бирә, тамырын нығыта, уңышты арттыра. Аспирин – фитофтораға ҡаршы бик яҡшы сара. Бер генә иҫкәрмә: һиптереүҙе эҫе, ҡояшлы көндә башҡармағыҙ.
Ҡатнашма нисек әҙерләнә?
Һиптереү өсөн ике төймә аспиринды порошок хәленәсә иҙеп, 50 мл һыу менән бутарға. Ныҡ итеп болғап, бер төҫтәге шыйыҡса барлыҡҡа килгәс, ошо ҡатнашманы 7 литр һыуға ҡушып, үҫемлектәргә һиптерергә. Был ҡатнашманы айырыуса помидор ярата, ул томаттың төрлө сирҙәренә ҡаршы яҡшы профилактик сара һанала. Һиптереүҙе 15 көнгә бер тапҡыр ҡабатларға мөмкин.
Бәшмәк ауырыуҙары осрағында өс төймә аспиринды 1 литр һыуҙа иҙеп, 10 грамм сода ҡушырға һәм бәшмәк төшкән ағастарға, үҫемлектәргә һибергә.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/dachniy_sovetnik
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: