Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ашлай ҙа, ҡоротҡостарҙы ла бөтөрә

Был ҡатнашманы эшләһәгеҙ, бер ыңғайҙан ике файҙаһын күрерһегеҙ: ул еләк өсөн һәйбәт ашлама ла, ҡоротҡостарға ҡаршы яҡшы сара ла.

Шулай итеп, бер стакан көлгә 1,5-2 литр ҡайнар һыу ҡойоп, һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынғас, көлдө һөҙөп, 10 литр һыуға һалабыҙ һәм ике грамм марганцовка, ике грамм бор кислотаһы (порошок), бер аш ҡалағы йод өҫтәп, яҡшы итеп болғайбыҙ.
Ошо ҡатнашманы еләктең япраҡтарына, төптәренә һиптергес аша һиптереп сығырға. Япраҡ тулыһынса һыуланһа – етә.
Баҡсағыҙ мул уңышы менән һөйөндөрһөн!
Сығанаҡ: vk.com/dachniy_sovetnik
Фото: vk.com/dachniy_sovetnik
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: