Мәләүез ҡалаһы үҙәгендә милли кәсеп алып барған милләттәшебеҙ, баҡһаң, шул уҡ Баймаҡ ҡыҙы икән.
Иҡтисадсы, тегенсе, ашнаҡсы, эшҡыуар...
...Фәнзилә бәләкәйҙән үкһеҙ етем тороп ҡала. Атаһынан һуң әсәһе лә вафат булғас, уны Таулыҡайҙағы ағаһы Әҡсән Хәсән улы менән еңгәһе Гәүсәриә Исрафил ҡыҙы Сәлиховтар тәрбиәгә ала. Был ваҡытта бәләкәй ҡыҙыҡайҙың бер ағаһы һәм ике апаһы буй еткергән, үҙ-үҙен ҡарарлыҡ йәштә була.
Шул ҡәҙәр тырыш, уңған, мәрхәмәтле, иманлы ғаиләлә үҫә Фәнзилә. Ағаһы һәм еңгәһенең өс балаһы менән бергә бер туғандарҙай татыу, ҡәҙер-хәстәрлек күреп буй еткерә ул. Хеҙмәт һөйгән Сәлиховтар ул-ҡыҙҙарын төрлө эшкә лә өйрәтеп, өлгөр, бөтмөр, алтын ҡуллы итеп үҫтерә.
– Еңгәйем – Таулыҡайҙа беренселәрҙән булып буҙа эшләй башлаған кеше, – ти Фәнзилә. – Милли эсемлегебеҙҙе өйҙә лә яһай, ҡунаҡҡа барғанда ла күстәнәс итеп алып йөрөй торғайны ул. Хәҙер ҙә шулай. Еңгәм был эшкә күптәрҙе өйрәтте. Шул иҫәптән, әлбиттә, беҙҙе – ҡыҙҙарын да.
Ошондай матур, хеҙмәт һөйгән ғаиләлә үҫкән Фәнзиләнең бөгөнгө тормошона ҡарайһың да бәләкәйҙән күркәм тәрбиә алып үҫеүҙең ни тиклем әһәмиәтле икәненә йәнә бер ҡат инанаһың. Яңы утыҙҙы үткән ҡатын бухгалтер-иҡтисадсыға ла, тегенсегә лә, ашнаҡсыға ла уҡыған, әле иһә юрист һөнәрен үҙләштерә, заманында Стәрлетамаҡтағы мәҙрәсәне тамамлаған, ун бер йыл элек кейәүгә сығып, дүрт малай үҫтерә, ателье тотҡан. Хәҙер килен булып төшкән ере Мәләүездә буҙа эшләп, республиканың көньяҡ төбәге халҡын милли эсемлек менән тәьмин итә, продукцияны үҙе яһай ҙа, районда заказ биргәндәргә машинаһында ташый ҙа.
– Ирем Радик Бураҡанов менән беҙҙе уҡыған ваҡытта дуҫтарыбыҙ таныштырҙы. Ул – Өфөләге, мин Стәрлетамаҡтағы мәҙрәсәләрҙә белем ала инек, – ти Фәнзилә. – Ун бер йыл элек иремдең тыуған төйәгендә, ҡәйнәм янында төпләндек. Икебеҙ ҙә йәштән дин юлында булғастыр, уй-ниәттәребеҙ тәүҙән үк уртаҡ булды. Үҙ эшебеҙҙе асырға ынтылдыҡ. Минең тәүҙә ҡалала ательем булды. Балалар ишәйгәс, уны ябып, өйҙә тегә башланым. Элек төрлө ойошмаларҙан, кешеләрҙән заказдарҙы күп ала инем, ике йыл элек иһә буҙа менән шөғөлләнә башлағас, был шөғөлдө ҡыҫҡартырға тура килде. Әле Сибайҙа башҡортса “һөйләшкән” ҡурсаҡтар эшләгән “Баштой” ойошмаһы менән генә хеҙмәттәшлекте дауам итәм: электән уларҙың уйынсыҡтарына кейем-һалым тегәм, биҙәүестәр яһайым.
Буҙа эшләү идеяһына килгәндә иһә, нигеҙе шунда: был яҡта милли эсемлегебеҙ ул тиклем таралмаған ине. Ә мин уны бәләкәйҙән эсеп үҫкәнмен. Өҫтәүенә еңгәйемдең өйрәтеүе буйынса эшләй ҙә беләм. Файҙалы эсемлекте килен булып төшкән яғымда ла таратыу теләге күңелемдә күптән үк тыуғайны инде. Уны бер нисә йыл элек иремә әйткәс, шунда уҡ күтәреп алды. “Әлбиттә, кәрәк! – тине. – Өйҙә эшләй башлайыҡ та артабан ҡарарбыҙ”. Бына шулай тәүҙә үҙебеҙгә яһаған буҙабыҙ тора-бара ауылдаштарға, таныштарға, райондаштарға тарала башланы. Хәҙер иһә ике йыл инде рәсми рәүештә эшләйбеҙ. Ҡалала ошо бинаны ҡуртымға алдыҡ. Мәләүездән тыш, Мораҡта, Ырымбур, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында таратабыҙ. Күмертауҙа һорайҙар. Өфөгә ташыу буйынса ла эш башланып тора.
Барыһы ла – ғаиләнән
Фәнзилә бар йәһәттән иренә таяна. “Һөйләшеүҙәр алып барыу, документтар төҙөү, ҡырға ташыу өсөн транспорт мәсьәләһе һ.б. – һәммәһе уға төшә, – ти. – Үҙенең дә шәхси эше бар. Ҡәйнәм – балаларҙы, йортто тәрбиәләп ҡарап тороусы, беҙгә алтын кәңәштәре менән ярҙам итеүсе төп терәк-таянысыбыҙ. Смаҡта, шул ҡәҙәр матур Нөгөш буйында йәшәйбеҙ. Ҡалаға йөрөп эшләйбеҙ: яҡын булғас, бер ниндәй ауырлығы юҡ”.
Алда әйткәнебеҙсә, йәш ғаиләлә дүрт малай үҫә: Әҙил, Исхаҡ, Исмәил, Үмәр. Өлкәне – өсөнсө, игеҙәктәр икенсе класты тамамлаған, кинйәләре бәләкәй әле. Кәсеп итеүҙе, тырышлыҡты күреп үҫкән малайҙар әле үк ярҙам итергә, өйрәнергә ынтылып тора. Ата-әсәһе менән бергә мәсеткә, ғәйеттәргә лә йөрөйҙәр.
Ғаиләбеҙ ишәйә барған һайын, әлхәмдүлилләһ, ниәт-маҡсаттарыбыҙ ҙа арта. Ғөмүмән, күп бала тәрбиәләүҙең ысын бәхет икәнлеген бәләкәйҙән белеп, тойоп үҫтек, – ти Фәнзилә. – Бергә буй еткергән туғандарым да дин юлында, уларҙың да ғаиләләре ишле. Күмәкләп Таулыҡайға ҡайтып торабыҙ. Бөгөнгө тормошом өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, мине тыуҙырған атай-әсәйемә, матур итеп, күңел йылыһын биреп тәрбиәләгән ағайым менән еңгәйемә, әлеге терәк-таянысыма – иремә рәхмәт әйтеп йәшәйем. Һәр баланың ғаиләлә яратылып, хәстәрлек күреп үҫеүен теләйем. Шул саҡта ғына ул тормошта үҙ юлын табып, эш-ғәмәлдәре менән башҡаларға файҙа килтереп, кәрәк булып йәшәйәсәк. Мин, мәҫәлән, Мәләүездә хәҙер байтаҡ кешегә буҙа эшләргә өйрәтеүемдән, шифалы эсемлектең тарала барыуынан да йән рәхәтлеге тойоп, яңынан-яңы ниәттәр ҡороп ғүмер итәм.
* * *
...Бында буҙаның һәр төрлөһө бар, теләгәнеңде һайлап эс – баллыһы, лимонлыһы, имбирлеһе, ябайы... Барыһына ла сертификат алынған. Буҙа эшләгән ҡыҙҙарҙың “Смаҡ” тип яҙылған алъяпҡыстары ла үҙенсәлекле. Алтын ҡуллы хужабикә барыһын да үҙе тегә. Әйткәндәй, киләсәктә бындай эште үҙ ауылдарында ла асырға ниәтләй йәштәр. Теләктәре ҡабул булып, Смаҡ буҙаһы Нөгөш буйы данын тағы ла арттырыр тигән өмөттәбеҙ.