Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Виноград үҫтерәм тиһәң…

Һәүәләй ауылында йәшәүсе Фаяз Атнағолов виноград үҫтереү менән ун биш йыллап инде шөғөлләнә. Уның виноградтары йылы яҡта үҫкәндәгенән бер ҙә ҡалышмай: тәмле лә, һутлы ла. Тәжрибәле баҡсасының рецебы менән үҫтерһәгеҙ, һеҙ ҙә мул уңыш алыуға өлгәшерһегеҙ.

Йылы яҡтарҙа ғына үҫә торған виноградты хәҙер беҙҙә лә күптәр үҫтерә. Һәүәләй ауылында йәшәүсе Фаяз Атнағолов та был емеште үҫтереү менән ун биш йыллап инде шөғөлләнә. Ул бигерәк тә Самохваловский, Алешенькин, Кадрянка, Амурский, Лора, Амирхан, Янтарь һәм башҡа районлаштырылған сорттарға өҫтөнлөк бирә. Үҫентеләрҙе ул Екатеринбург, Саратов өлкәләренән дә яҙҙыртып алған. Тәжрибәле баҡсасынан виноград үҫтереү серҙәрен гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Виноград эргәһендә ултырып ял итеүе генә рәхәт, ә уны тәрбиәләүе күп хеҙмәт талап итә. Әлеге ваҡытта ҡышлап сыҡҡан артыҡ ботаҡтарын киҫергә, төптәрен йомшартырға һәм ҡыуаҡтарҙы шпалерҙарға элергә кәрәк. Ботаҡтарҙы 6-7 күҙәнәк ҡалдырып киҫәләр. Быны ҡыуаҡтар бөрөләнгәнгә тиклем эшләргә кәрәк, сөнки улар бик нескә һәм һыныуы ихтимал. Әлеге мәлдә виноградтың ботаҡтарынан йәш тама, уны “илай” тиҙәр. Шул тамсыларҙың бөрөләргә тейеүенә юл ҡуйырға ярамай, улар ергә тамырға тейеш.
Ашландырыуға килгәндә, мин виноград өсөн махсус фунгицид препараты алып һибәм һәм төптәренә ат тиреҫе һалып сығам.
Виноград һыу яратмай – йәй буйына ике тапҡыр ғына һибергә була. Сәскә атҡансы – илле литр һәм сәскә атып күпмелер ваҡыт үткәс – шул тиклем. Сәскә һеркәләнгәндә һыу һибергә ярамай. Көҙ көнө бер төпкә кәмендә илле литр һыу һибеп ҡалдыраһың. Шулай иткәндә тамырҙары өшөмәй.
Виноградты иртә яҙҙан көҙгә тиклем ултыртырға мөмкин. Беренсе йылында үҫеп китә алмаһа, борсолорға кәрәкмәй, ул тамырға көс йыя. Виноград ултыртҡандың икенсе йылында уҡ сәскә атып виноград биргән осраҡтар бар, ләкин сәскә атһа ла, беренсе тапҡыр уның бер генә сәскәһен ҡалдыралар, башҡаларын өҙөп ырғыталар, был виноградты көсө кәмеүҙән һаҡлай.
Ҡырау төшкән ваҡытта виноград ҡыуаҡтары туңмаһын өсөн таңғы дүрттә тороп ҡарауыллап сығам. Был ваҡытта ҡыуаҡтарға һалҡын һыу һибеп сыҡһаң, уңышты һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ.
Баҡсасының кәңәштәренең файҙаһы тейһен.
Читайте нас: