Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
26 Апрель 2021, 15:29

Бәхетле ғаилә - йәннәттең сағылышы

Малай ауылында күркәм йорттарҙың береһенең ҡапҡаһын асып, ихатаға инәбеҙ. Ихатала тәртип, матурлыҡ күҙгә ташланды. Нурлы өйҙә уңған хужалар йәшәгәне күренеп тора. Бында Флүзә Ғәни ҡыҙы, уның улы Финат менән килене Ләйсән Өлфәт ҡыҙы Йәлиловтар йәшәйҙәр.

Флүзә Ғәни ҡыҙы бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған кеше. Уның дөйөм педагогик стажы 39 йыл булһа, 19-ы – мәктәп директоры вазифаһында! Ул ошо йылдар эсендә башланғыс кластарға белем бирә, рус теле һәм әҙәбиәтенән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара.
- Мин эшләгән осорҙа ауылда балалар күп ине. Башланғыс кластарҙан һуң улар күрше Түбәнге Төкөн мәктәбенә йөрөп, интернатта ятып уҡынылар. Шуға ла байтаҡ кешеләр балаларын интегеп ауылдағы һыуыҡ интернатта ятмаһындар тип, Стәрлетамаҡ интернатына урынлаштырырға тырыша ине. Үҙем бер нисә срок ауыл Советы депутаты булып һайландым. Шуға ла депутат булараҡ уҡыусылар үҙ ауылында уҡыһын тип тырышып, мәктәп һалдырыу өсөн йөрөнөм, - тине Флүзә Ғәни ҡыҙы.
Ул тормош иптәше Ринат Әбүбәкир улы менән өс бала – ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары әсәләре юлынан китеп, педагогтар: Ләйсән Өфө ҡалаһындағы гимназияларҙың береһендә тарих фәнен уҡытһа, Ләйлә Баҡалылағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй һәм бер үк ваҡытта методист та. Улар үҙ ғаиләләре менән тормош көтәләр.
Финат Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеп, пенсияға сыҡҡан. Ул байтаҡ йылдар райондың Эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары вазифаһын башҡара. Әлеге көндә Өфө ҡалаһында һаҡсы булып эшләй. Ике эшендә лә фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар араһында 2014 йылда бирелгән Рәсәй Президенты Путиндан да миҙал һәм Маҡтау ҡағыҙы бар. Ҡатыны Ләйсән - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Хәҙер инде Йәлиловтар 21 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Ошо йылдар эсендә ике балаға ғүмер бирәләр, ҙур йорт һалып сығалар. Күпләп мал тоталар. Ауыл ерендә мал аҫрап йәшәгәс, техника ла булдыралар: трактор, сапҡыс, тығыҙлатҡыс ҡоролмалары ла һатып алалар. Шулай ҙа техника булһа ла, йорт хужаһы ат аҫрауҙы ла кәрәкле таба. Тырыш ир һәр нимәгә өлгөрә: матур итеп донъя ла көтә, төп эш урынында ла хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең татыулығында уның да роле ҙур. Финат ҡәҙерле әсәһенә яғымлы, йән атып тороусы ул булһа, һөйөклө ҡатынына - иғтибарлы, ярҙамсыл тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле атай. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Алһыу Стәрлемамаҡ педагогия колледжында уҡытыусылыҡҡа уҡып йөрөһә, ә Алмаз 9-сы класта белем ала.
Йәлиловтар ғаиләһендә быуындар берҙәмлеге ныҡ һиҙелә. Килен менән ҡәйнә татыу йәшәйҙәр. Флүзә апай улы һәм килене менән бергәләшеп, донъяларына күҙ-ҡолаҡ һәм үҙҙәренә оло кәңәшсе булып тора. Өләсәй кеше балалар бәләкәй саҡта терәк һәм таяныс булып, ейәндәрен ҡараша, йәштәр өлгөрмәгәндә, донъяны ла алып бара. “Киленемде тәүҙә үк ҡыҙым итеп ҡабул иттем, беҙ әсәй һәм ҡыҙ кеүекбеҙ, хатта икебеҙ генә белгән уртаҡ серҙәребеҙ ҙә бар”, - ти ул. Уның һүҙҙәренә килене ҡушылып: “Өйләнешкәс айырым сығып йәшәү тураһында һүҙ ҙә булманы. Беҙ эштән ҡайтыуға әсәйебеҙ күп эштәрҙе теүәлләп ҡуя. Ул беҙҙең өсөн йән атып тора, шуға ла уның да ышанысын аҡларға тырышабыҙ”, - тине. “Халҡыбыҙ электән бер нисә быуын бергәләшеп йәшәгән. Хәҙер ҙә ошолай ғүмер иткәндәр бар. Мин бар оло кеше лә бер балаһының ғаиләһе менән бергә йәшәһен ине, тип уйлайым ”, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Флүзә апай.
Бер-береңә ҡарата ихтирам һәм хөрмәткә ҡоролған ғаиләнең нигеҙендә ир менән ҡатындың бер-береһен аңлашып йәшәүе генә түгел, оло быуын вәкиленең тәрбиәһе лә ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген улар белә. Ғүмер буйы педагог,оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләгән кешенең тәрбиә алымдары, тәрән аҡылы, матур кәңәштәре Йәлиловтарҙың ғаиләһе өсөн тик файҙа ғына килтерә.
Шундай матур, йылылыҡ бөркөлөп торған ғаиләлә булып, күңелемә онотолмаҫ тәьҫораттар алдым. Киләсәктә лә Йәлиловтарға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотолары.
Читайте нас: