Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
20 Апрель 2021, 14:24

Үҙенсәлекле ҡорот

Иң ҡулайы — төтөнгә ҡуйып ыҫлау. Элгәре ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Ул боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана, иҙеп ашҡа һалалар, табынға киҫәкләп ваҡлап та бирһәң була. Бал, шәкәр ҡушһаң, табынында бик тәмле үҙенсәлекле ҡорот була.

Айыртылған һөттән башта ҡатыҡ ойотабыҙ. Ҙур һауытҡа, йәки батманға, йәки башҡа һауытҡа күп кенә йыйылғас (бер нисә көн дауамында), ҡаҙанға йәки башҡа һауытҡа һалып өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнатырға. Ҡайнатылған эркеттең күбеген һөҙөп алабыҙ, таҙа тоҡҡа ҡойоп элеп ҡуйырға. Бер нисә көн үтеүгә уның һыуы ағып бөтә һәм барлыҡҡа килгән ҡоротто тоҙлап баҫып йоморсаҡтар яһарға мөмкин. Быныһы йәш ҡорот тип атала. Бында иң мөһиме — уны киптерә белеү. Яңы ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла өҫтөнә сепрәк ябып бер нисә көн ҡояшта киптерергә була. Әммә иң ҡулайы — төтөнгә ҡуйып ыҫлау. Элгәре ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Ул боҙолмай, оҙаҡ һаҡлана, иҙеп ашҡа һалалар, табынға киҫәкләп ваҡлап та бирһәң була. Бал, шәкәр ҡушһаң, табынында бик тәмле үҙенсәлекле ҡорот була.
фото Т.Роза
Читайте нас: