Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
4 Апрель 2021, 10:07

Теплица: һатып алырғамы, үҙеңә эшләргәме?

Баҡса миҙгеле етә, йәмәғәт! Хәйер, уңған хужа, хужабикәләр өсөн ул күптән башланды ла инде. Тик һуңғы йылдарҙа тәбиғәттең көйһөҙләнеүеме – тырышып ҡына үҫтергән йәшелсәңде монар һуға ла ҡуя. Шуға күрә былтыр теплица һатып алырға ҡарар иттек. Иттек тә ул, алам тиһәң, хаҡы “тешләшә” бит әй.

Рекламала бер хаҡ күрһәтелһә лә, йортоңа килтереп ҡорғансы ул хаҡ икеләтә арта ла китә. Етмәһә, поликарбонат материалының йәшелсә өсөн зарарлы булыуы хаҡында имеш-мимештәр ҙә күп кенә ишетелә. Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, теплицаны үҙем эшләп ҡарарға булдым. Бер көн ваҡыт һәм 3000 һум аҡса етте уны ҡороуға.
Пленка аҫтына дуға итеп, стеклопластик арматураны файҙаландым. 10 миллиметр диаметрындағы арматура төҙөлөштән бер аҙ артып ҡалғайны, магазиндан тағы 50 метр алырға тура килде. Нигеҙ өсөн 10х15 см үлсәмендәге 6 метрлыҡ ике брус китте (кәрәкмәй ятҡан бүрәнә лә ярап ҡалалыр). Уларҙы 3 метрлыҡ 40-лы таҡта менән беркеттем. Арматураны 5 метр 70 сантиметр оҙонлоҡта киҫтем. Брусты ярты метр һайын тишеп, арматура ҡуйҙым (барлығы 13). Магазиндан 20 метр иң ҡалын тип һаналған ике ҡатлы полиэтилен пленка алдым. Метры 50 һумға төштө. Артабан ул пленканың бер яғын ярҙым да, 10 метр оҙонлоҡҡа бүлеп, ситтәрен 15 сантиметр тирәһе бер-береһенә үтекләп йәбештерҙем. Бында элекке ҡалын совет үтектәре ҡулайлы, яңылар иһә тышта эшләгәндә йылыны тотмай тиерлек. Шулай итеп,10х5,85 м ҙурлыҡтағы полиэтилен япма килеп сыҡты. Нығыраҡ булһын өсөн арматураларҙы тағы 0,6 см диаметр­лыһы менән беркеттем. Тик улай итеү артыҡтыр ҙа, тип уйлайым. Остары пленканы йыртмаһын өсөн иҫкергән һыу шлангыһын файҙаландым – ҡырҡҡылап, бөгөп ҡуйҙым да, изолента менән ураным. Аңлаған хужа өсөн тәҙрә, ишек эшләү бер ни ҙә тормаҫ. Тик уларҙы тығыҙ эшләмәгеҙ, запас ҡалһын. Бер нисә көндән теплицаның парына ағас шешенеп, тағы йышырға тура килде. Тәҙрәне берҙе генә эшләгәйнем, тик ул етмәне, аҫтан икенсеһен астым. Һөҙөмтәлә эсендә үҙем йүгереп йөрөрлөк (буйым метр ҙа 74 см) теплица килеп сыҡты. Былтыр бер яғында – помидор, икенсе яғында ҡыяр үҫтерҙек. Быйыл иһә ҡыярҙы айырым сәсергә уйлайбыҙ. Полиэтилен пленканы ҡышҡылыҡҡа сисеп алдым. Яңыны ҡуйырбыҙ, ә иҫкеһен ҡыярға ябырбыҙ, тибеҙ. Былай теплицала үҫкән йәшелсәне әллә ни яратмаһаҡ та, алған уңыштан бик ҡәнәғәт булдыҡ.
Фото: А. ХӘСӘНОВ.
Яңылыҡ авторы: А.ХӘСӘНОВ
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: