Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әнүәр Нурғәлиев тағы ниндәй юғары исемгә лайыҡ булды?

"21 йыллыҡ хеҙмәтемде баһалағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Күпме ҡайғылар булһа ла, һуңынан шатлыҡ та килә ул!.."

Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙарының береһе Әнүәр Нурғәлиев Татарстандың атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ булды.
Был хаҡта "Интертат" матбуғат порталы хәбәр итә. Йырсыға мәртәбәле исемде Ҡазанда TMTV премияларын биргән ваҡытында Татарстан Премьер-министры урынбаҫары Ләйлә Фазлыева һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Нотфуллин тапшырған.
"Хөрмәтле тамашасыларым, ошо лайыҡлы бүләктәр өсөн, 21 йыллыҡ хеҙмәтемде баһалағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Күпме ҡайғылар булһа ла, һуңынан шатлыҡ та килә ул. Был премияны ҡатыныма, мөхәббәтем Иринаға бағышлайым", - тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Белеүебеҙсә, былтыр Әнүәр Нурғәлиев бер-бер артлы иң яҡын кешеләрен - әсәһе менән атаһын юғалтты...
Күптән түгел иһә йырсыға Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исем бирелде. Уның шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, артабан да ижади уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.
Фото: starpri.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: