Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарлыҡ йүнсел һәм баҙнатлыға буйһона

Ҡырмыҫҡалы ауылына төньяҡтан инеп, бер аҙ барғас та, “Скорость” алмаш частар магазины тора. Уның эргәһендә һәр саҡ машиналар күп булыуы күҙгә ташлана. Бында һатып алыусыларҙы шәхси эшҡыуар Рәфис Ҡолғонин ҡаршы ала. Магазиндың ассортименты бай. Унда водителдәргә ни кәрәк, шуны алырға мөмкин.

  • Илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә сыҡҡан төрлө маркалы еңел машиналар өсөн кәрәкле бөтә алмаш частар ҙа бар. Уларҙы шәхси заказ менән дә тиҙ арала алып ҡайта. Тура килмәһә, һис икеләнмәй, алыштыра. Әйткәндәй, асыҡ йөҙлө, ихлас, аралашыусан егет һатып алыусыны үҙенә тартып тора. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, ул үҙ белемен ҡулланып, водителдәргә файҙалы кәңәштәр ҙә бирә. Әгәр ҙә үҙегеҙгә кәрәкле булған алмаш частарҙы алырға теләһәгеҙ, Киров урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан “Скорость” алмаш частар магазинына килергә, шулай уҡ һорауҙарығыҙ булһа, 89279443399 телефонына шылтыратырға кәрәк.
    Рәфис Ҡолғонин атаһының тыуған ауылы Ҡарлыманда тыуа, уға бер йәш тулғас, артабан ғаилә әсәһенең тыуған яғы – киң ҡырҙар һәм далалар иле Хәйбулла районына күсә. Ошонда бәхетле бала сағы, үҫмер йылдары үтә. Теремек, шуҡ, уҡырға отҡор малай мәктәптә бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, шулай ҙа уға математика һәм физика фәндәре еңел бирелә. Күп малайҙар кеүек ул кесе йәштән шофер булған атаһы янында булышырға ярата, машина ватылһа, бергәләшеп төҙәтеү оҡшай. Бәләкәйҙән машинаға идара итергә лә өйрәнә. Техника уны шул тиклем тарта, шуға ла уҡыусы саҡтан уҡ механик-инженер һөнәрен һайларға ҡарар итә. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Шуға ла ауылдарындағы урта мәктәпте тамамлағас, күңеленә оҡшаған һөнәр алыу өсөн баш ҡалаға юллана һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетына уҡырға бара. Конкурс ҙур булһа ла, уны еңел үтеп, студент булып китә. Тиҙерәк аҡса эшләү теләге көслө булған егет бер курстан һуң, ситтән тороп уҡырға күсә. Бер ыңғайҙан машинаға уҡып, таныҡлыҡ ала һәм шәхси эшҡыуарҙа шофер булып эшләй башлай. Алһыҙ-ялһыҙ эшләһә лә, аласаҡ һөнәрен үҙләштереү өсөн тырышып, күп уҡый, төрлө яҡлап эҙләнә, камиллаша. Был осор уның рухи яҡтан ныҡ булып формалашына булышлыҡ итә.
    Уҡыу йылдарында аласаҡ һөнәренең бөтә нескәлектәрен өйрәнеп, ысын һөнәр эйәһе, үҙ эшенең оҫтаһы булып сыға. Ошо йылдарҙа Хәйбулла районы ҡыҙы Лариса Радик ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Әлеге көндә ике ҡыҙҙары үҫеп килә: Гөлназ 7-се класта уҡыһа, Азалия 2-се класта белем ала.
    Яйлап атаһының тыуған районына йәшәргә ҡайта. “Бында Өфө лә яҡын, тыуған яҡ та, туғандар ҙа... Ни әйтһәң дә, ошонда ата-бабаларымдың тамырҙары бит! Ғөмүмән, барыһы ла тартты” - ти ул. Бында Юл төҙөү-төҙөкләндереү йәмғиәтенә каток машинисы булып эшкә урынлаша. Ә ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас, артабан эшкә әрһеҙ, уңған, тырыш, ойоштороу һәләтле егетте районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығына директор итеп саҡыралар.
    Ҡайҙа хеҙмәт итһә лә, бер ерҙә лә ул үҙен һынатмай. Тырышып, намыҫ менән хеҙмәт итә. Яуаплылығы, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе, тырышлығы, етеҙлеге, эште тиҙ башҡарыуы, һәр ситуациянан сыға алыуы менән менән айырылып тора ул. Был йылдарҙа ҙур тәжрибә туплап, бар эштәрҙең нескәлектәренә өйрәнә, етәкселек итеү буйынса хеҙмәт сынығыуы ла ала.
    Шулай ҙа бөтә булмышы менән иркенлеккә ынтылған егет күңел төпкөлөндәге хыялы - үҙ эшен асыу теләге менән яна. Кемгәлер оҡшамайынса, бер кемдең етәкселеге аҫтында булмайынса, киләсәген үҙ аллы ҡорорға уйлай. Үҙ эшенең ҡәнәғәтлек килтерәсәгенә ышана. Бер аҙ аҡса туплағас, үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған Рәфис Мөҙәрис улы “Краса мира” биҙәүестәр магазинын асырға баҙнат итә. Был биҙәүестәр магазинында сифатлы, зауыҡлы, заманса алтын һәм көмөш алҡалар, йөҙөктәр, беләҙектәр, сылбырҙар һатыла. Алтын ялатылған көмөш изделиелар ҙа күҙҙең яуын алып тора. Шулай уҡ тәбиғи таштарҙан эшләнелгән мунсаҡтар бар. Бар әйберҙәрҙең дә хаҡтары башҡа магазиндарға ҡарағанда осһоҙораҡ. Йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Тыуған көндәрҙә, былай ҙа йыш ҡына биҙәүестәргә ташламалар булып тора. Бында эшҡыуарҙың ҡатыны Лариса Ҡолғонина һата. Әгәр ҙә үҙегеҙгә матур биҙәүес алырға теләһәгеҙ, “Ҡурай” магазинының 2-се ҡатындағы “Краса
  • мира” магазинына килергә кәрәк. Һорауҙарығыҙ булһа, 8937 4859174 телефонына шылтыратырға ла мөмкин.
    Яңылыҡҡа ынтылған, һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә булған, төрлө яҡлап үҙен һынап ҡарарға, аҡса эшләү өсөн төрлө юлдарҙы эҙләргә тырышҡан егет эшен тағы ла киңәйтеү һәм үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. “Йүнсел йүнен таба” тигәндәгесә, уның пландары тормошҡа аша ла. Тағы ла “Скорость” магазинын асып ебәрергә ҡыйыулыҡ таба ул. Ни эшләйһең, заманы шундай бит. Шәп кеше, әлбиттә, замандан артҡа ҡалмаҫҡа тейеш. Эшҡыуарлыҡтың ниндәй генә йүнәлешен һайлаһаң да, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Ә был сифаттар Рәфистә етерлек! Шуға ла уның эше уңа. Бөгөнгө көндә Рәфис Ҡолғонин - аяғында ныҡлы баҫып торған һәм үҙ үҫеш юлын тапҡан эшҡыуар, татыу ғаилә башлығы, күркәм йорт хужаһы, һөйөклө тормош иптәше һәм хәстәрлекле атай. Киләсәктә лә Рәфис Мөҙәрис улына ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
    Фәниә Сәлимгәрәева.
    Роза Тажетдинова фотолары.
    реклама хоҡуғында
    Читайте нас: