Ҡулланыусылар баҙарында 45 меңдән ашыу объект үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Ә сауҙа баҙарында 300 меңдән ашыу кеше эшләй.
Пандемия иҡтисад өлкәһенә лә үҙәгәрештәрен индерҙе. Интернетта сауҙа итеү 3,6 тапҡырға артты. Өҫтәүенә, мобиль һатыу күләме лә күбәйҙе. Былтырғы 11 ай һөҙөмтәләрен ҡарағанда, уртаса йыллыҡ инфляцияның кәмеүе күҙәтелде һәм 3,4 проценттан артманы. Йыл аҙағында айырым аҙыҡ-түлек төрҙәренә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелде. Мәҫәлән, шәкәр менән көнбағыш майына хаҡтарҙың артыуы дөйөм донъя баҙарындағы хәлдәр менән дә бәйле булды.
Фото: kursk.bezformata.com
Автор: Айһылыу Низамова.