Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлеккә ни етә!
19 Август 2020, 14:00

Тауыҡ ите менән быҡтырылған кәбеҫтә

Төшкө аш хәстәрләй башланығыҙмы әле? Баҡсала кәбеҫтә, йәшелсәләрҙең уңған мәле. Үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

600 грамм кәбеҫтә, тауыҡтың түш ите (200 грамм), бер кишер, бер баш һуған, тоҙ, борос, ике аш ҡалағы томат пастаһы кәрәк.

Тәүҙә кәбеҫтәне турап, һауытҡа һалабыҙ. Тоҙлап, ҡул менән һуты сыҡҡансы иҙәбеҙ. Шунан өҫтөнә әҙерәк һыу һалып, биш-ете минут быҡтырабыҙ. Һуғанды турап, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп кәбеҫтәгә өҫтәйбеҙ. Артабан тауыҡ түштәрен ҡырҡып, кәбеҫтә ҡатнашмаһына ҡушабыҙ ҙа, бутап, 15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Һуңынан борос һәм томат пастаһы һалабыҙ.

Беҙ теләгән ризыҡ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Laplanta.ru
Автор: Рисаля Юмагулова.
Читайте нас: