Бының өсөн иң аҫҡы ҡатламға таҙартып туралған ҡабаҡты телемләп, уның өҫтөнә үҙебеҙ үҫтергән бройлерҙың аҡ итен ваҡлап, помидорҙарҙы ҡулсалап турап һалдым. Шуларҙың өҫтөнә сыр ҡырғандан һуң йомортҡа менән туғылған майонез ҡушылмаһына һарымһаҡ ҡырып бутап, йәйеп һалдым да укроп һибеп сыҡтым. Тәмле генә еҫле сыға ла башланы. Аштарығыҙ тәмле булһын, дуҫтар!