1 стакан баҡса еләге, 1 пломбир туңдырмаһы, тәменә ҡарап, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, блендер менән иҙәм дә, шуға 1 литр һөт һалып бутайым. Иҫ киткес тәмле лә, файҙалы ла туңдырма килеп сыға. 10 йәшлек улым эшләргә өйрәнеп алған ине, минән һорап та тормай, үҙе эшләп бирә.