Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баҙарҙың ҡыҙған мәле

Көндәр йылыныу менән баҙарҙа алып-һатыуҙың ҡыҙыу мәле башлана. Ҡар иреп бөтөү менән ағас үҫентеләрен һата башлаған баҡсасылар, бөгөнгө көнгә тиклем йәшелсә, сәскә үрсетмәләренең ниндәй генә төрҙәрен тәҡдим итмәй. Теләгең һәм аҡсаң булһа, һатып ал да, үҫтер генә.

Шулай уҡ, әлеге ваҡытта бәпкә-себештәр ҙә баҙарҙа иң үтемле тауар. Йомро ғына, һап-һары йомроҡастарҙы кемдең генә алып үҫтергеһе килмәй икән?
Ауыл кешеһе йәшелсәһен, емеш-еләген, ҡош-ҡортон үҫтереп, һөт-ҡаймаҡ, май-эремсек һатып аҡса эшләп, йәйҙең һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Йүнселдәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ, әлбиттә.
Баҙар хаҡтары менән дә танышып китәйек.
Алма, груша ағастары – 300-350 һум,
Роза сәскәләре – 100-150 һум,
Петуния сәскәләре – 30-50 һум,
Помидор үҫентеһе – 20 һум,
Борос – 15 һум,
Кәбеҫтә - 7-10 һум,
Ҡыяр – 10 һум,
Үҫтерелгән бройлер себештәре – 130-220 һум,
Өйрәк-бройлерҙар – 160 һум,
Благов өйрәктәре – 140 һум,
Себештәр (йомортҡа һалыусы) - 80 һум,
Ҡаҙ бәпкәләре - 190 һум,
Һыйыр ите – 320-370 һум,
Һөт – 80 һум,
Ҡаймаҡ (700 л) – 250 һум,
Эремсек – 200 һум.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: