Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
13 Октябрь 2023, 15:32

Татлы хеҙмәт емеше

Ҡасандыр шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдынғыларҙан һаналһаҡ та, хәҙерге көндә был культураны районда ике хужалыҡ - “Сурағолов” һәм “Кәримов” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ғына үҫтергән.

Татлы хеҙмәт емеше
Татлы хеҙмәт емеше

Райондың ауыл хужалығы идаралығы күрһәткестәре буйынса, был культура барлығы 40 гектар майҙанда сәселгән. Әлеге ваҡытта татлы тамыр ҡаҙылып бөткән, уңыш Шишмә шәкәр заводына ташыла.
Эштәр барышы менән танышыу өсөн “Сурағолов” крәҫтиән-фермер хужалығына юл тоттоҡ. Баҫыуҙа тау булып өйөлгән сөгөлдөр өйөмдәре әллә ҡайҙан күренә.
- 100 гектар еремдең 80 гектарында иген культураларынан бойҙай һәм
арпа үҫтерҙек. Ә сөгөлдөр баҫыуы 20 гектар майҙанды биләне. Һәр гектарҙан уңыш 380-400 центнер тәшкил итә. Хәҙер “татлы аҙыҡ”тың барыһы ла ҡаҙып алынды, уны оҙатыу эштәре бара. Эш аҙағына яҡынлаша ла инде. Уңышты йыйыуға МТС йәмғиәтенән “Огрифак” комбайны ярҙамға килде. Ә тейәгескә “МТЗ-82 Белорус” тракторы йәлеп ителгән. Техникалар заман талаптарына тура килә. Уларға тырыш, тәжрибәле механизаторҙар һәм водителдәр идара итә. Ир-егеттәр тырышып эшләйҙәр. Был һөнәргә тоғро ҡалған ҡайным Радик Рәхимов тейәгестә эшләһә, Заһир һәм Фәнзил Ишҡариндар, Алексей Бабушкин “КамАЗ”дарҙа уңышты ташыйҙар. Үҙем иһә накладнойҙар тултырып, сөгөлдөрҙө оҙатам. Был арала ямғырҙар яуа, бөгөн ямғырҙың туҡтап торған мәлен файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Ҙур өмөттәр бағлап, ҡәҙерләп тәрбиәләп
үҫтерелгән “татлы” уңышты Шишмә шәкәр заводына оҙатабыҙ, - тип һөйләне Рәфил Миңлемөхәмәт улы Сурағолов.

Автор: Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: