Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
11 Сентябрь 2023, 15:42

Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондарында уңыш мул

Республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу осоро тамамланыуға табан бара.     

Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондарында уңыш мул
Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Саҡмағош райондарында уңыш мул

 Әлеге көнгә  81 процент майҙанда уңыш йыйып алынған, был 1 млн 400 мең гектар, – тип белдерҙе бөгөнгө оператив кәңәшмәлә рспубликаның  ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов.     

Гектарынан уртаса уңыш 19,5 центнер тәшкил иткәндә,  тулайым   2 млн 700 мең тоннанан ашыу иген һуғып алынған.   Иң яҡшы уңыш Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондарында. Унда гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алалар.   

«Әлеге көнгә  республиканың 18 районында иген культураларының 90 проценты йыйып алынған, 27 районда – 70 процентынан ашыу.  Иген культуралары менән бер рәттән майлы култураларҙы йыйыу ҙа дауам итә.   Уҙған аҙнанан башлап аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланы. Әлегә уларҙың 8 проценты йыйылған.    324 мең гектар майҙанда  ужым культуралары сәселгән, был пландың 54 процентын тәшкил итә.   Дым етәрлек, орлоҡ менән техника ла бар», – тине ауыл хужалығы министры.   

Автор:
Читайте нас: