Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
12 Сентябрь 2022, 15:07

4,3 миллион тонна иген бар!

Ужым культураларын сәсеүҙең һуңғы көнө – 20 сентябрҙә, йәғни тотороҡло ҡырау төшөүгә 45 көн ҡалғас, тип иҫкәртте Илшат Фәзрахманов.

4,3 миллион тонна иген бар!
4,3 миллион тонна иген бар!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уңыш йыйыу барышын тикшерҙеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу тамамлана. Бөгөнгә майҙандарҙың 84 проценты һуғылған, был 1,470 миллион гектар. Тулайым урып һуғылған иген 4,3 миллион тонна тәшкил иткән, уртаса уңыш – гектарынан 29,3 центнер.

Республикала ҡарабойҙай һәм май бирә торған культураларҙы йыйыуға төшкәндәр. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, һауа шарттарына бәйле ураҡ темптары кәмегән, бер аҙнала тулайым йыйым 200 мең тоннаға артҡан. Аграрийҙар иген һаҡлағыстар етешмәүе арҡаһында уңышты баҫыуҙарҙа уҡ ҡалдырырға мәжбүр һәм министр, һаҡлағыстар иҫәбен арттырырға кәрәк, тип билдәләне.

2023 йылғы уңышҡа ужым культуралары 262 мең гектар майҙанда сәселгән, был – пландың 53 проценты. Ужым культураларын сәсеүҙең һуңғы көнө – 20 сентябрҙә, йәғни тотороҡло ҡырау төшөүгә 45 көн ҡалғас, тип иҫкәртте Илшат Фәзрахманов. Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла аҙағына яҡынлаша, республикала йыллыҡ мал аҙығы запасы тәьмин ителгән.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: