Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
30 Август 2022, 10:27

Картуф – икенсе икмәк

Ауылдарҙа хәҙер мәшәҡәтле лә, күңелле лә көндәр – муллыҡ осоро, картуф алыу мәле. Август аҙағында быйыл күптәр картуфтарын ҡаҙып алып та бөттө. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Эльвира Латипова ла йыл да баҡсаһынан мул уңыш алып һөйөнә. Бөгөн ул үҙенең картуфтан нисек мул уңыш алып булыу серҙәре менән уртаҡлаша.

Картуф – икенсе икмәк
Картуф – икенсе икмәк

Быйыл беҙҙең картуф уңышы бик яҡшы булды. Эҫе ҡояшлы көндәр тип торманыҡ, йылыла, ҡорола рәхәтләнеп алдыҡ икенсе икмәкте, һабаҡтары ла ҡороған, ҡабығы ла өлгөргән ине. Дөрөҫ, ҡаҙырға ер ҡатыраҡ булды. 4 сутый ергә 6 биҙрә ултыртҡан инек, 30 тоҡ эре картуф йыйыл алдыҡ. Ваҡтары бик аҙ сыҡты. Ниндәй сорттарын икәнен исемдәрен белмәйем, ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге бүлбеләр йыл нисек килһә лә, яҡшы уңа.

Хәҙер ризыҡтың ниндәйе генә юҡ, ләкин картуф барыбер иң тәмле һый булып ҡала. Уны төрләндереп төрлө ризыҡтар бешереп ашарға була.

Картуфтан нисек мул уңыш алырға тиһегеҙме? Йәй буйына уны бар көсөңдө ҡыҙғанмай тәрбиәләргә кәрәк. Баҡсаны беҙ тиреҫ менән ашлайбыҙ. Картуфты май башында ултыртабыҙ. Сүбен гел утап торабыҙ, матур итеп ҡул менән күмәбеҙ, колорадо ҡуңыҙына ҡаршы һәр саҡ сәскә атҡансы эшкәртәбеҙ.

Эш күмәк кешене ярата. Уңышты йыйып алырға ярҙамға килгән киленем Екатеринаға, ейәнсәрем Аленаға ҙур рәхмәт.

Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: