Салаттан, тоҙлағандан ҡалған помидорҙы ла туңдырырға мөмкин. Туңдырғыстан сығарыу менән бер минутҡа эҫе һыуға тығып алһаң, тышы шунда уҡ һыҙырылып төшә. Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп та туңдырып була. Бындай шыйыҡ варианты ит, балыҡ, макарон кеүек ризыҡтарҙы әҙерләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала. Ғөмүмән, йәшелсә-емештәрҙең күптәрен туңдырырға мөмкин.
Йәшелсә-емеште туңдырыуға ҡағылышлы бәләкәй генә серҙәр:
* Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырырға. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
* Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
* Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалырға. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай, әммә иретергә кәрәкмәй, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
* Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.
Фото: my-gril.ru