Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
28 Июль 2021, 15:14

һЕҘҘӘ МУЙЫЛ УҢДЫМЫ?

Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултыртһаң да яҡшы һаҡлана. Быйыл йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, күп урындарҙа муйыл уңған. Ул инде тәмләнеп тә өлгөрҙө.

һЕҘҘӘ МУЙЫЛ УҢДЫМЫ?
һЕҘҘӘ МУЙЫЛ УҢДЫМЫ?
Халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Ҡайырыһы тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы ҡулланыла, теш һыҙлауын баҫа. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин.
 
Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.
 
Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр аштары әҙерләгәндә ҡулланалар. Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултыртһаң да яҡшы һаҡлана. Ҡорот, эремсек кеүек һөт ризыҡтарына ит турағыстан үткәрелгән муйыл ҡушһаң (сама менән 1:1), бик тәмле ризыҡ килеп сыға. 
 
Муйылдың сәскәһе лә, емеше лә эс китеүҙән файҙалы. Тик сама белеп ҡулланырға кәрәк.
 
 
Фото: medistok.ru
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: