Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
7 Октябрь 2020, 11:05

Тупраҡты көҙҙән әҙерләгеҙ

Яҙ көнө үҫентеләр ултыртыу өсөн тупраҡты көҙҙән әҙерләп ҡалдырыр кәрәк. Өс өлөш кәҫле тупраҡҡа берәр өлөш серетмә ҡушып, әҙерләргә була. Кәҫле тупраҡты ҡайын урманынан алырға мөмкин, әммә бар кеше лә урмандан барып тупраҡ ала алмай. Шуға күрә тупраҡ быға тиклем йәшелсәләр үҫмәгән урындан алынһа, яҡшыраҡ. Бындай мөмкинлегегеҙ булмаһа, борсаҡ, фасоль һәм башҡа ҡуҙаҡлылар үҫкән ерҙән алырға мөмкин.

Тупраҡты полиэтилен пакеттарға тултырып ҡуйығыҙ. Ҡышын ул һалҡында торорға, кәрәгенсә туңырға тейеш, былай иткәндә ундағы зарарлы микроорганизмдар юҡ ителә. Баҡсанан алынған тупраҡты йоғошһоҙландырыу мотлаҡ, уны духовкала ҡыҙҙырырға, йә иһә сәсер алдынан марганцовка менән бешәкләргә кәрәк. Шул сағында ғына яҙын ултыртҡан үҫентеләр шаулап үҫер һәм көҙ көнө үҙенең мул уңышы менән ҡыуандырыр.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: