Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
17 Август 2020, 15:43

Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт

Ауыл эшсәне өсөн әлеге мәлдә ҡыҙыу осор бара. Яҙын сәскәнде, йәй буйына тәрбиәләп үҫтергәнде йыйып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн баҫыуҙарҙа игенселәр ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, урып йыйыу эштәрен тиҙерәк тамамларға ашыға. Һауа торошо шарттары үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, районда урып йыйыу кампанияһы юғары темптар менән бара. “Артемида”, “Уңыш”, “Үҙәк” МТС-ы йәмғиәттәре, “Төньяҡ” крәҫтиән-фермер хужалығы (Ефремкин ауылы) менән бер рәттән Иҫке Бәпес ауылындағы “Мифтахов” крәҫтиән-фермер хужалығы ла уңыш күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтенә инә.

Иртә менән яуып торған ямғырға ҡарамаҫтан, “Мифтахов” фермер хуж­а­лығының ырҙын табағына барғанда эшселәрҙе техникалары эргәһендә тап иттек. Хужалыҡ башлығы Ришат Миф­тахов тығыҙлатылған бесәнде фермаға ташытыу менән шөғөлләнгәнгә күрә, беҙ уның атаһы, крәҫтиән-фермер хужа­лығына нигеҙ һалыусы Рафаил Нәсибулла улы менән әңгәмәләштек.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)

Гөлсәсәк Аласова.
Милена Фәйзуллина фотоһы.
Читайте нас: