Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
10 Август 2020, 14:57

Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ

Район баҫыуҙарында урып йыйыу эштәре йылдам бара. Орлоҡтан уңышҡа тиклем юл бик ҡатмарлы, әлбиттә. Быға һауа торошо булышлыҡ итә. Игендең уңышына ҡоролоҡ, яуым-төшөм, әкрен иҫкән ҡоро ел дә йо­ғонто яһай. Уҙған аҙналағы ҡо­яш­лы, йылы көндәр ауыл хужа­лы­ғы эшсәндәренә ең һыҙғанып эш­ләргә мөмкинлек бирҙе. Юғары һауа температураһын файҙал­а­нып, уңышты һаҡлап ҡалыу, юға­л­тыуһыҙ йыйып алыу өсөн улар бар тырышлығын һалды. “Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫ­ҡа­лы фили­а­лы хеҙмәтсәндәре лә ты­рышып хеҙмәт итә. Тимәк, ҡыш­ҡы миҙ­гелгә хужалыҡ ныҡлы аяҡ баҫа­саҡ, тип күҙалларға мөмкин.

- Был хужалыҡта 2008 йылдан бирле эшләйем. Яҙ көндәре сә­сеүҙә ҡатнашһам, урып йыйыу ваҡытында комбайнға ултырам. Көндәр аяҙ булғанда “Нью Холланд” комбайнында баҫыуҙы иңләйбеҙ. Заманса техника эште байтаҡҡа еңелләштерә. Шуға күрә кинәнеп эшләргә лә эшләр­гә, - ти тәжрибәле комбайнсы Әлфир Йосопов. Ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле, тип ашыҡты ул һәм ҡеүәтле комбайнына улты­рып офоҡ артына юғалды.
- Ураҡты 25 июлдә башлап ебәрҙек. Әлеге мәлдә 1237 гектар майҙандағы ужым бойҙайын йыйыу менән мәшғүлбеҙ. Бөгөн 600 гектарҙан ашыу ерҙә эш та­мамлаған. Әлбиттә, ҡоролоҡ үҫем­­­лектәрҙең үҫешендә бер аҙ эҙ ҡалдырған. Шулай ҙа яҡшы уңыш­­ҡа иҫәп тотабыҙ.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Милена ФӘЙЗУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: