Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
21 Октябрь 2019, 17:29

Көнбағыш йыйыу тамамланыу өҫтөндә

Уңыш йыйыуҙың һуңғы көндәре бара. Әлеге ваҡытта район баҫыуҙарында көн­бағыш һәм сөгөлдөр уңышын йыйыу дауам итә.

“Уңыш” йәмғиәтенең көнбағыш баҫыуҙары ла йәй буйы тирә-яҡҡа йәм биреп ултырҙы. Был культура оло юлдан үтеүселәрҙең береһен дә һоҡландыр­майынса ҡалмағандыр. Районыбыҙҙа өс йыл ғына эшләп килгән “Уңыш” хужа­лы­ғында беҙ барғанда эштәр гөр килеп тора ине. Ундан артыҡ «Acros» комбайндары баҫыуҙа көнбағыш ура, “КамАЗ” машиналары һәм трактор йыйылған уңышты ташый. Улар янында, әлбиттә, хужалыҡтың агрономы Владимир Ни­китин һәм инженеры Рад­мир Миһранов эшкә етәкселек итә, ярҙам кәрәк булһа, уны үтәү өсөн һәр саҡ эргәләрендә.
- Йәмғиәттә барлығы 1560 гектар ер­ҙә көнбағыш культураһы сәселде, ә ошо баҫыуҙа культураны 460 гектар майҙанда үҫтерҙек. Уңыштың гектар ҡеүәте 21 центнер тәшкил итә. Быйылғы йыл өсөн был насар түгел. Әйткәндәй, Ҡырмыҫ­ҡалы районында тупраҡ шул тиклем яҡшы, бында эшләргә лә эшләргә. Йы­йылғанды Аҡкүл элеваторына ебә­рәбеҙ, унда орлоҡтар киптерелә, таҙар­тыла. Ар­та­бан май эшләү заводына оҙа­тыла, - тине хужалыҡ агрономы Владимир Никитин.
Уның һүҙҙәре буйынса, бында эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Аграрийҙар аяҙ көндәрҙе файҙаланып, көнбағыш йыйыуҙы тамамлаған да инде. Уңыш нигеҙе – тырышлыҡ. “Уңыш”тар ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп эшләй һәм алға бара.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы.
Читайте нас: