Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Уңыш
13 Сентябрь 2019, 13:14

Сөгөлдөр әсе тиргә үҫә

Йәйҙәрен баҫыуҙарҙа тәпке тотоп, сөгөлдөр утаған, көҙҙәрен, һауаның төрлө шарттарында ла ҙур бысаҡтар менән япраҡтарын ҡырҡып, ҡул менән машиналарға тейәгән ҡатындар тарихта һәм оло быуындарҙың хәтерендә генә ҡалды. Әле бөтә эште ҡеүәтле техника башҡара: улар һирәкләп сәсә, агрохимикаттар һибә, көҙөн таҙарта.
Районда сөгөлдөр 936 гек­тар майҙанда үҫтерелгән. Шу­ның 600 гектары – “Үҙәк” МТС-нда. Районда МТС ху­жа­лығы шәкәр ҡаҙыу бу­йынса мөһим эште башлаған да инде. Беҙ барғанда Үрге Төкөн ауылы эргәһендәге баҫыуҙа эштәр тулы ҡеүәттә бара ине. Комбайндар, тейәгес агрегат­тың гөрөл­дәүе тирә-яҡҡа таралған. Эшсәндәр эшләү өсөн ҡулай һауа шарттарын файҙаланып ҡалырға тырыша.
- Уңыштың гектар ҡеүәте 400 центнер тәшкил итә. Был хеҙмәтсәндәрҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе, сөнки һәр куль­т­ураны баланы тәрбиәләгән кеүек ҡарарға кәрәк. Улар һәр минуттың ҡәҙерен белә­ләр. Яҙын Рөстәм Рәхимов, Ринат Сәләхетдинов сәсһә, Линар Батталов, Зәбир Мөхә­мәтов химик утауҙы башҡарҙы. Шәкәр сөгөл­дөрөн үҫтереү механизаторға ла, агрономға ла ҙур талаптар ҡуя. Бар эштәр ҙә ул саҡтағы агроном Зөлфәр Саньяров етәкселегендә ен­тек­ле баш­ҡарылды. Шулай уҡ шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр - сөгөлдөр күп дым талап итә торған культура, ә быйыл йәй ямғырлы булды. Бар эштәр­ҙең һөҙөмтәһе бө­гөн­гө көндә шатландыра. Әле татлы та­мыр уңышын Нико­лай Бе­ляев “Grimme” һәм Рәмзил Абдуллин “Holmer” ком­байн­дарында ҡаҙып ала. “Bobcat” тейәгесендә Рәмил Ғөбәйҙуллин эшләй. Ә таҙар­тылған татлы тамырҙы йылда­ғыса Шишмә һәм Мәләүез шәкәр заводтарынан ярышып тигәндәй “КамАЗ”дар килеп ала, сөнки беҙҙең уңыш бик яҡшы, - ти “Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиа­лы­ның әйҙәүсе агрономы Фәнил Ғәлиев.
Ерҙә йәне-тәне менән бирелгәндәр эшләй. Уларҙың әсе тир түгеп башҡарылған татлы хеҙмәт емешен тиҙ арала йыйып алырға булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы.
Читайте нас: