+8 °С
Болотло
Был бутҡаны барыһы ла яратмай, ләкин бушҡа. Һоло бутҡаһы сәсте нығытыу өсөн иң яҡшы аҙыҡ. Унда бөтә организм, айырыуса баш ҡан тамырҙары һәм сәс һаулығы өсөн кәрәкле файҙалы матдәләр бар. Улар араһында - В, Е һәм РР витаминдары, никотин һәм фолий кислотаһы, тимер һәм кальций.
Һоло ашҡаҙанды таҙартып ҡына ҡалмай, туҡыманың тәрән ҡатламынан йыйылған зарарлы матдәләрҙе лә сығара. Шуға күрә сәс тә тәбиғи көсөн ҡайтара, һыныуҙан туҡтай, шымара һәм ялтырай башлай.
https://kungak.ru/news/traditional-medicine/2026-03-19/s-ste-ny-ytyr-s-n-nim-ashar-a-4620155