Даирә
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март , 15:46

Төнөн уянаһығыҙмы?

Буштан-бушҡа төнгө уяныуҙар гормональ үҙгәрештәр һәм ҡандағы глюкоза кимәленең үҙгәреүе менән бәйле булырға мөмкин икән. 

Төнөн уянаһығыҙмы?
Төнөн уянаһығыҙмы?

Буштан-бушҡа төнгө уяныуҙар гормональ үҙгәрештәр һәм ҡандағы глюкоза кимәленең үҙгәреүе менән бәйле булырға мөмкин икән. Күптәр яҡынса бер үк ваҡытта уяна - йышыраҡ төнгө өстәр тирәһендә. Табибтар билдәләүенсә, иртәнге икенән дүрткә тиклем организм үҙенсәлекле бер фазаға керә: тәнде иртәнге уяныуға әҙерләгән гормон — кортизол дәрәжәһе арта башлай. Физиологик, хроник стресс йә иһә борсолоу ваҡытында нерв системаһы бындай үҙгәрештәргә һиҙгерерәк була башлай һәм ҡапыл уяныуға килтерергә мөмкин.

Тағы ла бер сәбәп – ҡандағы шәкәр кимәле кәмегәндә булырға мөмкин. Иртәнге сәғәттәрҙә ул тәбиғи рәүештә түбәнәйә, ләкин ул көслөрәк барһа, организм уны адреналин сығарыу менән компенсациялай. Бындай гормональ сайҡалыу йөрәк тибешен тиҙләтергә мөмкин, шулай уҡ, төндә эмоциональ реактивлыҡ та көсәйә. Йоҡо туймау кешене борсоулы уйҙарға бирешеүсәнлек итә, шуға күрә көндөҙ бәләкәй генә булып тойолған кисерештәр ҡараңғы ваҡытта етдирәк булып ҡабул ителергә мөмкин.

Белгестәр әйтеүенсә, уяныуҙан ҡурҡыу, борсолоу үҙе үк проблеманы көсәйтергә һәләтле. Ваҡытынан алдан ҡайғырыу, стресс гормондары эшләп сығарыуҙы көсәйтә, ул хроник йоҡоһоҙлоҡҡа һәм кәйеф төшөүенә килтерергә мөмкин.

 

https://henek.info/articles/%2B%2B%2B-/2026-02-26/t-n-n-uyana-y-y-my-4593878

 

Автор:
Читайте нас