Даирә
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Март , 11:53

Ифтарға тәмле генә ҡоймаҡ бешерәйек

Һеҙ ошолай әҙерләйһегеҙме?

Ифтарға тәмле генә ҡоймаҡ бешерәйек
Ифтарға тәмле генә ҡоймаҡ бешерәйек

Шундай тәмле, еңел генә әҙерләнә торған ҡоймаҡ рецепты таптым. Һеҙгә лә яҙайым әле. Күп ваҡытты алмай, ифтарға ла тиҙ генә. Көтмәгәндә генә ҡунаҡ килһә лә...

Кәрәк була: 2 стакан кефир, 1 стакан ҡайнар һыу (яңы ғына ҡайнап сыҡҡаны!) 2,5 стакан он, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы сода, Бер семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы.

Әҙерләү: йомортҡа өҫтөнә шәкәр, тоҙ һибеп болғатаһың, ул күперергә тейеш, шунда уҡ  кефирҙы өҫтәйһең. Ҡайнап сыҡҡан 1 стакан ҡайнар һыуға соданы ҡушып, болғатып кефирлы масса өҫтөнә һалаһың. 5 минут торһон. Унан яйлап  болғата-болғата уны ҡушаһың, көнбағыш майын өҫтәргә. Беренсе табаны ҡыҙҙыраһың, майлайһың, ҡалғандарын майламайынса бешерһәң дә йәбешмәй. Селтәрле, алтынһыу төҫтә, түңәрәк матур ҡоймаҡ килеп сыға. Тәмле булһын!

(Нәсимә Садиҡ сәхифәһенән) https://vk.com/wall-213516968_181887

 

Фото Нәсимә Садиҡова

https://kungak.ru/news/useful-tips/2026-03-04/iftar-a-t-mle-gen-oyma-besher-yek-4600691

 

 

Автор:
Читайте нас